“ТАБЫН”, ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Ғафури р‑ны Красноусол а. аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тарихы 1931 й. башлана (ҡара: “Звезда”), 1991 й. ғин. башлап үҙ аллы гәзит булараҡ нәшер ителә. 2005—08 йй. ай һайын башҡ. телендә “Кесе Табын” ҡушымтаһын сығара.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев