ТӨҘӨЛӨШ, иҡтисад тармағы. Төрлө тәғәйенләнешле бина һәм инженер ҡоролмаларын төҙөү, реконструкциялау һәм капиталь ремонтлау, инженер ҡорамалдарын монтажлау, проект, тикшеренеү, быраулау һәм билдәле объекттарҙы төҙөүгә бәйле башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Объекттарҙың тәғәйенләнеше б‑са торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө, сәнәғәт төҙөлөшө, ауыл төҙөлөшө, транспорт төҙөлөшө, коммуналь Т. һ.б. айырыла. Т. дөйөм төҙөлөш, махсус (юл төҙөү, төҙөлөш- монтаж, ремонт-төҙөлөш һ.б.), проект, проект-конструкторлыҡ һәм тикшереү ойошмалары тормошҡа ашыра. Капиталь Т. производство һәм производствоға ҡарамаған тәғәйенләнештәге төп фондтарҙы ҡабатлап етештереүҙе тәьмин итә. Башҡортостанда 2009 й. төҙөлөш индустрияһына ҡараған 189 ҙур һәм урта, 4511 бәләкәй предприятие иҫәпләнә, ш. иҫ. “Башкортостаннефтезаводстрой” (ҡара: “Башнефтезаводстрой”), “Башсантехмонтаж”, “Башсельстрой”, “Стерлитамакстрой”, “Эрепанеллейорттартөҙөү”. Төҙөлөш объекттарын проектлауҙы “Башкиргражданпроект”, “Башҡортостан Промстройпроекты” ин‑ттары, “Архпроект” фирмаһы (Өфө) һ.б. башҡара. Төҙөлөш эштәре күләме (млрд һум): 2000 й. — 15,7; 2005 — 46,4; 2006 — 56,2; 2007 — 83,1; 2008 — 102,7; 2009 — 80,6 (ҡара: табл.). Ҙур һәм урта пр‑тие һәм ойошмалар б‑са төҙөлөш эштәре структураһы (%): бина һәм ҡоролмалар Т. — 85,3%; бина һәм ҡоролмаларҙың инженер ҡорамалдарын монтажлау — 11,7; төҙөлөш участкаһын әҙерләү — 1,3; биҙәкләү эштәре производствоһы — 1,1; оператор м‑н бергә төҙөлөш машиналарын һәм ҡорамалдарын ҡуртымға алыу — 0,6%. Т. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр ӨДНТУ‑ла һәм БР Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институтында алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Төҙөлөш белеме биреү.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018