ТӨҘӨЛӨШ ТРЕСЫ №3, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Составына 1‑се төҙөлөш идаралығы, 5‑се төҙөлөш идаралығы (Бөрө ҡ.), Төҙөлөш‑сәнәғәт комплексы, Соц. учреждениелар идаралығы (бөтәһе лә — бүлендек ЯСЙ‑лар); 3‑сө трест — күсемһеҙ милек, 3‑сө Генподрядлы төҙөлөш тресы (икеһе лә — ЯСЙ); уҡыу комб‑ты инә. 2009 й. 620 кеше эшләгән. 1931 й. Өфө мотор з‑дын (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) төҙөү өсөн 17‑се Дәүләт төҙөлөш тресы булараҡ ойошторола, 1934 й. алып “Моторстрой” тресы, 1937  й. — “Уфапромстрой”, 1938 й. — 28‑се трест, 1940 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2003 й. трест тарафынан 2,5 млн м2 торлаҡ, 70 мәктәп, 16 мед., 74 мәктәпкәсә балалар һәм 6 һауыҡтырыу учреждениелары, 15 малс‑ҡ комплексы, 22 техникум һәм ПТУ, 14 ин‑т, 15 мәҙәниәт йорто, 8 кинотеатр, ш. уҡ сәнәғәт тәғәйенләнешле объекттар: “Ағиҙел”, “БЭТО”, “Гидравлика”, “Дубитель”, “Иммунопрепарат”, “Мир”, ӨАПБ, ӨМЭПБ, ӨПЭПБ, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар з‑ды, “Промсвязь”, “Уфимкабель” һ.б.; 4 һәйкәл, ш. иҫ. Дуҫлыҡ монументы, төҙөлә. Окт. Революцияһы орд. м‑н бүләкләнгән (1982). Пр‑тие м‑н А.Г.Ажнакин, А.Л.Балабан, К.П.Кузнецов, С.Һ.Ҡоҙаҡаев, М.Ә.Санйәрова, М.Г.Старцев, И.М.Черняков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев