ТӨҘӨЛӨШ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, төҙөлөш өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, техник белем биреү тармағы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Т.б.б. 1877 й. Ер үлсәү училищеһы асылғандан һуң үҫешә. 20 б. 30‑сы йй. Өфөлә төҙөлөш техникумы, 2 төҙөлөш өйрәнсектәре мәктәбе (балта оҫтаһы, маляр‑штукатур, мейес сығарыусы, ташсы, түбә ябыусыһын һәм һ.б. әҙерләгән), 1947 й. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑тының (Мәскәү), 1949 й. — Урал политехник ин-тының (Свердловск ҡ.) уҡыу‑консультация пункттары ойошторола, уҡыуҙы тамамлаусыларға инженер квалификацияһы бирелә, 1955 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑ты (1962 й. ӨДНТУ‑ның дөйөм техник ф-тына үҙгәртелә, 90‑сы йй. уртаһына тиклем төҙөлөш эштәре б‑са белгестәр сығара) асыла. 1959 й. ӨАИ‑ла Урал политехник ин‑тының уҡыу-консультация пункты базаһында С.Ғ.Кәлимуллин инициативаһы б‑са ситтән тороп уҡыу ф-ты ойошторола (1960 й. сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө каф. булдырыла; уҡытыу 1967 й. тиклем алып барыла). Төҙөлөш тармағы өсөн квалификациялы эшселәрҙе проф.‑техник белем биреү уҡыу йорттары әҙерләй. Юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү Нефть техник университетында, Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты филиалында; урта квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү Автотранспорт колледжында, Архитектура‑төҙөлөш колледжында, Күмертау тау колледжында, Нефтекама нефть колледжында, Салауат индустриаль колледжында, Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжында, Яғыулыҡ-энергетика колледжында, Мәләүез механика‑технология техникумында, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумында, Учалы тау-металлургия техникумында алып барыла. 1969—2009 йй. ӨДНТУ тарафынан 9 меңдән ашыу төҙөлөш индустрияһы белгесе әҙерләнә. Фәнни һәм уҡытыу эшмәкәрлеге өсөн белгестәр әҙерләү ӨДНТУ‑ның аспирантураһында 7 һөнәр б‑са алып барыла. Өҫтәлмә Т.б.б. Тармаҡ‑ара ин‑тта, ӨДНТУ‑ның Өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында, пр‑тиеларҙың махсус курстарында алалар. Т.б.б. үҫешенә В.В.Бабков, А.И.Ғәбитов, Б.Ғ.Кәлимуллин, В.М.Латипов, А.Ф.Полак, И.Б.Рыжков һ.б. өлөш индерә.

Ф.Ш.Вилданов, А.И.Ғәбитов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018