ТӨҘӨЛӨШЮЛ ҺӘМ КОММУНАЛЬ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ, төҙөлөш материалдары сәнәғәте, торф һәм ағас әҙерләү сәнәғәте, мелиорация эштәре, коммуналь хужалыҡ, көнкүреш хеҙмәте пр‑тиелары өсөн юл төҙөү, ер ҡаҙыу машиналары, төҙөлөш машиналары, ҡорамалдар етештереү б‑са машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 19 б. аҙ. Өфө губернаһында суйын-баҡыр ҡойоу механика з‑ды (ҡара: “Горнас”) төҙөлгәндән алып үҫешә башлай, 20 б. 40‑сы йй. Стәрлетамаҡ төҙөлөш машиналары заводы асыла. 2004 й. 28 пр‑тие һәм производствонан, ш. иҫ. “Витязь”, “СТИН”, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы, Туймазы автобетоновоздар заводынан тора. БР‑ҙа етештерелгән машиналар эшләү продукцияһы күләменең 2,6%‑ы тармаҡ өлөшөнә тура килә; унда яҡынса 2,5 мең кеше эшләй (2004). Рәсәйҙә етештерелгән автоматик бетон бутағыстар күләменең 63%‑ы респ. сығарыла (2008). Продукция БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Производство динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Табл.

Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш һәм юл машиналары производствоһы, дана

 

1990

1995

2000

2005

2008

Свай ҡағыу сүкештәре

1190

178

137

255

520

Автобетон бутағыстар

2485

454

158

1109

2053

Автобетон насостары

153

30

13

42

80

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.