БАЗИЛЕВ Иван Васильевич (30.5.1800, Пенза ҡ. — 3.12.1873, Өфө), педагог. Статский советник. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1819) Ҡазан һәм Сембер гимназияларында уҡыта. 1831—58 йй. Ырымбур губ. халыҡ уч‑щеһы дир., ш. уҡ ваҡытта Өфө ир балалар гимназияһы директоры. Б. етәкс. Бөрө, Боғорослан, Урал ҡҡ. һөнәрселек уч‑щелары асыла; Өфө ир балалар гимназияһы 7 класлы итеп үҙгәртелә һ.б. Өфө ир балалар гимназияһының почётлы попечителе (1860—63). 3‑сө (1856) һәм 4‑се (1855) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә (1846) император тажлы (1851) һәм 3‑сө дәрәжә (1843) Изге Анна, 4‑се дәрәжә Изге Станислав (1838) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика