ТӨНЬЯҠКӨНБАЙЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл административ райондарын, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ. берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 10187 км2 (БР майҙанының 7,1%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 328,7 мең кеше (респ. халҡы һанының 8,1%‑ы), ш. иҫ. ауыл халҡы — 164,8 мең кеше, 1990—2002 йй. 7%‑ҡа артҡан (БР б‑са — 4,1%‑ҡа). Нефтекама сәнәғәт узелы тармаҡ структураһын һәм производствоһын махсуслаштырыуҙы билдәләй. Төбәктә БР иҡт. потенциалының 8,0%‑ы тупланған, респ. продукцияһының 11,1%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт производствоһын үҫтереү кимәле б‑са 4‑се урынды биләй; ҡара: табл.): электр энергетикаһы өлөшө — 84,3%, еңел сәнәғәт— 28,2, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү — 9,2, яғыулыҡ сәнәғәте— 8,5, ағас эшкәртеү сәнәғәте— 5,3, төҙөлөш материалдары сәнәғәте— 2,2, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте— 2,0, полиграфия сәнәғәте— 1,4, башҡа тармаҡтар өлөшө 6,4% тәшкил итә; респ. нефть‑газ сеймалының төп өлөшө сығарыла, автобустар һәм үҙбушатҡыстар, яһалма күн, ағас химияһы продукцияһы производствоһының бөтә күләме етештерелә. А.х. производствоһында файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәре һәм һөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %‑тарҙа) 6,7 һәм 7,9; һыйыр малы — 2,3%, йылҡы — 10,9, сусҡа — 12,4, һарыҡ һәм кәзәләр 19,5% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 6,7%‑ы етештерелә: иген — 9,9%, картуф — 2,1, йәшелсә — 2,9, һөт — 9,0, йомортҡа — 3,3%. Мал һәм ҡош ите һатыу күләме дөйөм респ. күләменең 9,3%‑ын тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо — 596,8 км (дөйөм респ. 3%‑ы, БР‑ҙа 5-се урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының 7,6%‑ы тура килә.

Әҙәб.: Төньяҡ иҡтисади төбәк мәҡ. ҡарағыҙ.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

БР‑ҙың Төньяҡ-Көнбайыш төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре

Административ-территориаль берәмектәр

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы, млн һум

Райондар

 

 

 

 

Балтас

1158,6

12079

357,3

1275,5

Борай

1288,9

10614

278,2

1522,6

Ҡалтасы

1259,6

7707

281,9

724,5

Краснокама

1536,1

11897

2196,4

1079,7

Тәтешле

1632,7

12957

987,8

1204,8

Яңауыл

2133,7

29171

2809,5

1697,5

ш. иҫ. Яңауыл ҡ.

1512,4

21442

2574,5

121,2

Ҡалалар

 

 

 

 

Ағиҙел

2611,0

6471

2195

33,5

Нефтекама

10339,0

58509

1982

172,5

  Бөтәһе

21959,6

149405

28926,4

7710,6

  БР б‑са бөтәһе

1153973

1856800

836109

84947,8

*1.1.2008 й. төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған, “Газпром” ААЙ‑ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

***Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018