ТӨНЬЯҠ-КӨНСЫҒЫШ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны —11707 км2 (БР майҙанының 8,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 126,8 мең кеше (респ. халҡы һанының 3,2%‑ы), 1990—2002 йй. 0,5%‑ҡа артҡан (БР б-са — 3,6%- ҡа). Төбәктә БР иҡт. потенциалының 1,5%‑ы тупланған, респ. сәнәғәт продукцияһының 0,2%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт производствоһын үҫтереү кимәле б-са 6-сы урынды биләй; ҡара: табл.): ағас эшкәртеү сәнәғәте өлөшө — 1,0%, аҙыҡ-түлек сәнәғәте— 1,8, төҙөлөш материалдары сәнәғәте өлөшө 0,3% тәшкил итә. Төбәк ағас, ит, һөт, иген һата. Производствоны концентрациялау кимәле 1 мең км2 иҫәпләгәндә респ. б‑са уртаса кимәлдән 31 тапҡырға түбәнерәк. А.х. производствоһында файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәре һәм һөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %‑тарҙа) 7,7 һәм 7,1; һыйыр малы — 11,0%, йылҡы — 4,6, сусҡа — 10,3, һарыҡ һәм кәзәләр 7,0% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 6,9%‑ы етештерелә: иген — 3,6%, картуф — 2,8, йәшелсә — 0,9, һөт — 5,1, йомортҡа — 1,9, йөн — 5,2%. Мал һәм ҡош ите һатыу күләме дөйөм респ. күләменең 5,5%‑ын тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо — 414,6 км (дөйөм респ. 2,1%‑ы, БР‑ҙа 6-сы урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының 1,9%‑ы тура килә.

Әҙәб.: И с я н б а е в М.Н. Северо-восточный экономический подрайон Республики Башкортостан: проблемы развития производительных сил. Уфа, 1996; ш у л у ҡ. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально-экономического развития. Уфа,.2008.

М.Н. Исәнбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

БР‑ҙың Төньяҡ-Көнсығыш иҡтисади төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре (2007)

Райондар

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы, млн һум

Балаҡатай

1156,5

7582

119,7

708,8

Дыуан

1925,9

11307

102,3

1571,4

Ҡыйғы

813,7

6604

142,8

619,4

Мәсетле

1208,3

11221

262,8

978,6

Салауат

1653,7

8026

667,9

757,7

  Бөтәһе

6758,1

44740

1295,5

4635,9

  БР б‑са бөтәһе

1153973

1856800

836109

84947,8

*1.1.2008 й. төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған, “Газпром” ААЙ‑ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

***Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.