ТӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Ҡариҙел, Нуриман административ райондарын берләштерә. Иҡтисади төбәктең майҙаны — 8840 км2 (БР майҙанының 6,2%‑ы). 2007 й. халыҡ һаны — 73 мең кеше (респ. халҡы һанының 1,8%‑ы), 1990—2002 йй. 1,7%-ҡа кәмегән (БР б‑са 3,6%‑ҡа артҡан). Төбәктә БР иҡт. потенциалының 0,9%‑ы тупланған, респ. сәнәғәт продукцияһының 0,1%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт производствоһын үҫтереү кимәле б‑са 7‑се урынды биләй; ҡара: табл.): урман, ағас эшкәртеү сәнәғәте һәм целлюлоза‑ҡағыҙ сәнәғәте өлөшө — 3,3%, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте — 0,5, башҡа тармаҡтар өлөшө 0,5% тәшкил итә. Төбәк ағас, ағас‑таҡта, ит һәм һөт продукттары һата. А.х. производствоһында файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәре һәм һөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %-тарҙа) 3,6 һәм 2,8; һыйыр малы — 4,8%, йылҡы — 3,2, сусҡа — 1,7, һарыҡ һәм кәзәләр 8,8% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 4,6%‑ы етештерелә: иген — 1,0%, картуф — 0,8, йәшелсә — 0,5, һөт — 3,2, йомортҡа — 1,4, йөн — 5,3%. Мал һәм ҡош ите һатыу күләме дөйөм респ. күләменең 3,3%‑ын тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо — 81,3 км (дөйөм респ. 0,4%‑ы, БР‑ҙа 7-се урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының 1,5%‑ы тура килә.

Әҙәб.: И с я н б а е в М.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: проблемы формирования и развития. Уфа, 1995; ш у л у ҡ. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально-экономического развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

БР‑ҙың Төньяҡ иҡтисади төбәгенең иҡтисади күрһәткестәре (2007)

Райондар

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, башҡарылған эш һәм хеҙмәттәр күләме, млн һум

А.х. производствоһы, млн һум

Асҡын

1124,1

8000

151,2

812,8

Ҡариҙел

1225,2

12009

279,4

1092,3

Нуриман

1227,1

9694

169,9

592,5

  Бөтәһе

3576,4

29703

600,5

2497,6

  БР б‑са бөтәһе

1153973

1856800

836109

84947,8

*1.1.2008 й. төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған, “Газпром” ААЙ‑ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

**Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

***Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.