УРЫҪ ФИЛОСОФИЯҺЫ, донъя философияһының тарихи, йөкмәтке һәм идея үҙенсәлеген тәшкил иткән бер өлөшө. У.ф. 11 б. барлыҡҡа килә һәм христиан дине (ҡара: Христианлыҡ) ҡабул итеүгә бәйле. 19 б. классик У.ф. формалаша. Уға антропоцентризм, онтологизм, тарихилыҡ, философик фекерҙе үҙенсәлекле итеп белдереү (художестволы ижад, әҙәби тәнҡит, публицистика, сәнғәт, “Эзоп теле”), бер бөтөн белем һәм рухи тормош идеалдарына иҫәп тотоу һ.б. хас. У.ф. предметына Алла, кеше, йыһан (бер бөтөн организм итеп ҡарала), әхлаҡ һәм әҙәп, Рәсәйҙең тарихи үҫеш юлын һайлау, власть, дәүләт, соц. ғәҙеллек, идеаль йәмғиәт һ.б. инә. 19 б. У.ф. дөйөм йүнәлештәре: көнбайышсылыҡ (В.Г.Белинский, А.И.Герцен, М.А.Бакунин һ.б.), славянофиллыҡ (И.В.Киреевский, А.С.Хомяков һ.б.), рухи академизм (В.Д.Кудрявцев-Платонов, В.И.Несмелов, П.Д.Юркевич һ.б.), позитивизм (К.Д.Кавелин, П.Л.Лавров, Н.К.Михайловский һ.б.), дини-әхлаҡи һәм “берҙәмлек” философияһы (Ф.М.Достоевский, Л.Н.Толстой, В.С.Соловьёв); 19 б. 90‑сы йй. — 20 б. 10‑сы йй.: дини (Н.А.Бердяев, С.Н.Булгаков, П.А.Флоренский һ.б.), космизм (В.И.Вернадский, К.Э.Циолковский, А.Л.Чижевский һ.б.), тәбиғи-фәнни (М.М.Ковалевский, Д.И.Менделеев, И.М.Сеченов һ.б.). Совет власы йылдарында башлыса марксистик философия үҫеш ала. 1990 йй. башында Рәсәйҙә У.ф. православие, евразиясылыҡ, яңы марксистик һ.б. ағымдар м‑н билдәләнә. Башҡортостанда У.ф. идеялары славянофиллыҡ вәкилдәре К.С. һәм И.С. Аксаковтар (ҡара: Аксаковтар) һәм рухи академизм йүнәлеше философтары Андрей, Антоний III һәм Никанор хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан. К.С.Аксаков шәхси һәм соц. сфераларҙа (йәмғиәт һәм дәүләт, шәхес һәм община диалектикаһы һ.б.) антиномик берҙәмлек принцибын үҫтергән, йәмғиәттең иң юғары идеалы итеп “хор башланғысы”н — сиркәү тупланмаһы м‑н бәйле рухи ҡәрҙәшлекте иҫәпләгән, урыҫ халҡын “дәүләткә ҡарамай” тип, дәүләткә общинаға ҡарата һаҡлаусы ролен биреү яҡлы булған. И.С.Аксаков К.С.Аксаковтың идеяларын үҫтереп, ысын йәмғиәт — ул йәмәғәтселек фекеренең әхлаҡи көсөнә эйә булған һәм шуның арҡылы дәүләт м‑н бәйле “үҙен аңлаған халыҡ” тип билдәләгән; самодержавие ерлегендә халыҡтар өсөн әхлаҡи азатлыҡты һаҡлау зарурлығын яҡлаған; славян халыҡтарының туғанлыҡ идеалдарын эшләгән. Епископ Никанор донъяның онтологик нигеҙе итеп абсолют аҡыл тәғлимәтен үҫтергән; рухи тәжрибә һөҙөмтәһендә танып беленгән тойоу мөмкин булмаған төшөнсәләр (“эйдостар”, есемдәрҙең асылы) булыуын иҫбатлаған; позитивизмды һәм 19 б. 60—80-се йй. урыҫ зыялыларының халыҡсылыҡ нигилизмын һәм “толстойсылығын” тәнҡитләгән. Епископ Антоний III кешенең онтологик статусы, әҙәптең онтологик нигеҙҙәре мәсьәләләрен тикшергән; кеше тәбиғәтен һәм шәхесен айырып ҡарарға тәҡдим иткән, уны “әҙәплелек күренештәре субъекты” тип аңлаған; Толстойҙың тәғлимәтен тәнҡитләгән. Епископ Андрей славянофилдарҙың урыҫ йәмғиәте идеалдарына һәм халыҡтың дәүләт м‑н мөнәсәбәттәренә ҡарата ҡараштарын яҡлаған; башында мәхәллә һайлап ҡуйған һәм епископ раҫлаған руханиҙар тороп, сиркәү-мәхәллә советтары тарафынан идара ителгән общиналар төҙөү зарурлығын дәлилләгән; Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәтен ойошторған. БР‑ҙа У.ф. мәсьәләләре В.Н.Бондаренко, Д.Ю.Васильев, Р.Р.Вәхитов, С.Б.Горбачёв, В.В.Исламов, А.В.Лукьянов, С.В.Мотин, А.И.Селиванов, С.Н.Семёнов, А.П.Соловьёв, С.М.Поздяева, В.Н.Финогентов, И.В.Фролова, З.Н.Хәбибуллина һ.б. хеҙмәттәрендә өйрәнелә.

А.П.Соловьёв

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.