ФРОСТА РИЧЧИЯҺЫ (Riccia frostii), мүк һымаҡтар төрө. Ҡара‑йәшел, ситтәре ҡыҙғылт төҫтәге, диам. 1—1,6 см булған йомро розеткалар барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ҡатлансыҡлы мүк. Споралары эре, тетраэдр формаһында, ҡатлансыҡ ҡыуышлыҡтарында үҫешә. Споралар ярҙамында үрсей. Аҡмаған һыу ятҡылыҡтары ярҙары буйлап дымланған ләмле тупраҡта үҫә. Өфө терр‑яһында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына һәм Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китабына индерелгән (1995).

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Текст на русском языке