ТӨБӘК ҮҪЕШ БАНКЫҺЫ, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы), иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик (бәләкәй һәм урта бизнес, төрлө иҡтисад тармаҡтары пр‑тиелары) һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы, депозит операцияларын тормошҡа ашыра. Мәскәү ҡ. филиалы (2007 й. асылған), Нефтекама (2009) һәм Түб. Новгород (2011) ҡҡ. операция офистары бар. 2010 й. 341 кеше эшләгән.

1993 й. «“Орлан‑банк” коммерция банкыһы» ЯСШ булараҡ ойошторола, 1996 й. алып “Башҡортостан тимер юл банкыһы” ЯСШ, 1997 й. — ЯСЙ, 2001 й. — ААЙ, 2005 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.