ТӨҘӨЛӨШ ПЛИТАҺЫ, төҙөлөш конструкциялары элементы. Т.п. яһау өсөн төрлө төҙөлөш материалдары ҡулланыла. Башҡортостанда тимер‑бетон плиталар (ҡара: Тимер-бетон конструкциялар, Эре панелле конструкциялар), йөҙләү таштарынан плиталар (ҡара: Биҙәкләү материалдары), керамик плиткалар (ҡара: Керамик төҙөлөш материалдары), цемент‑юнысҡы, ағас‑юнысҡы һәм ағас‑сүс плиталар (ҡара: Ағас плита), яҫы асбест‑цемент табаҡтар, пенополистирол һәм минераль мамыҡ плиталар (ҡара: Акустик материалдар) сығарыла. Пластик панелдәр, ағас һәм пенополистирол плиталар ш. уҡ мебель сәнәғәтендә, автомобиль сәнәғәтендә, суднолар эшләүҙә һ.б. файҙаланыла.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.