ТАРБАҠ ПАЛЮДЕЛЛА (Paludella squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 5–10 см булған эре ҡуйы кейеҙ кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ, ике өйлө, ос емешле мүк, өҫкө өлөшө ҡара‑йәшел, аҫҡыһы тутлы‑көрән төҫтә. Һабағы ябай йәки 1–3 ос аҫты үренделәре бар, 5 рәт япраҡ м‑н ҡапланған. Япрағы киң йомортҡа‑ланцет формаһында, сите тешле, тарбаҡ, артҡа бөгөлгән. Епсәһе ябай, аҫҡы яғында өҫтә бысҡылы, япраҡ осона тиклем етә. Ҡумтаһы оҙонса- йомортҡа формаһында, бер аҙ бөгөлгән. Споралар һәм вегетатив юл м‑н үрсей. Минеротроф һаҙлыҡтарҙа үҫә, Салауат р‑нында осрай (Арҡауыл һаҙлығы). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018