ТӨП ФОНДТАР, тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеү өсөн оҙайлы ваҡыт эсендә ҡат-ҡат йәки даими файҙаланыла торған етештерелгән активтар. Т.ф. бер йыл хеҙмәт иткәндән кәм һәм хаҡы норматив тәртиптә билдәләнгәндән кәм булмаған объекттар инә. Матди (биналар, ҡоролмалар, машиналар, ҡорамалдар, приборҙар, хисаплау техникаһы, инструменттар, транспорт саралары, производство һәм хужалыҡ инвентары, эш, продуктлы һәм тоҡомло мал, күп йыллыҡ үҫемлектәр һ.б.) һәм матди булмаған (геология‑разведка эштәре, компьютерға программалар тәьминәте һ.б.); производствоға ҡараған һәм производствоға ҡарамаған төрҙәре була. Т.ф. тулы иҫәп һәм ҡалдыҡ баланс хаҡы айырыла. Т.ф. ҡулланыуҙың һөҙөмтәле булыуын баһалау өсөн фонд файҙаһы күрһәткесе (йыллыҡ продукция етештереү дәүмәленең уртаса йыллыҡ төп етештереү фондтары хаҡына нисбәте) файҙаланыла. Производствола эшләгән хеҙм‑рҙәрҙең төп фондтар м‑н тәьмин ителгәнен баһалау өсөн фонд м‑н тәьмин ителеү (уртаса йыллыҡ төп етештереү фондтары хаҡының хеҙм‑рҙәрҙең уртаса йыллыҡ исемлегенә нисбәте) хисаплана. Эксплуатациялау барышында Т.ф. мораль һәм физик яҡтан иҫкерә. Т.ф. яңыртыу төп фондтарҙың амортизацияланыуы юлы м-н башҡарыла. Т.ф. хәрәкәте яңыртыу, ҡулланыуҙан алыу һәм юҡ итеү коэф. ярҙамында тасуирлана. Т.ф. хаҡын ағымдағы яңыртып етештереү шарттарына яраҡлаштырыу маҡсатында уларҙың хаҡын яңынан баһалау үткәрелә. Өфө губ. 1900 й. һәм 1908 й. сәнәғәттә, 1903 й. һәм 1910 й. а.х. машиналарына һәм ҡорамалдарына иҫәп алыу, БАССР‑ҙа 1925 й. һәм 1926 й. крәҫтиән хужалыҡтарында а.х. һәм транспорт инвентарына, 1932 й. һәм 1934 й. сәнәғәт ҡорамалдарына, 1958 й. һәм 1962 й. ҡорамал һәм машиналарға иҫәп алыу уҙғарыла. 1932 й. башлап йыл һайын (1941—45 йй. башҡа) мал- тыуар иҫәпләнә. БАССР‑ҙа Т.ф. хаҡы 1930—80 йй. сәнәғәттең көслө үҫеше иҫәбенә юғары темптар м‑н үҫә. БАССР халыҡ хужалығының тотош Т.ф. яңынан баһалау 1925 й., 1960 й. һәм 1972 й. үткәрелә. Баҙар реформалары осоронда юғары темптағы инфляция шарттарында Т.ф. яңынан баһалау 1992 й., 1994—97 йй. уҙғарыла. 2003 й. Т.ф. бюджет ойошмалары яңынан баһалай. Респ. Т.ф. тулы иҫәп хаҡы 1975 й. 20,6 млрд һум; 1980 — 28,5; 1990 — 49,8; 2000 — 432,7; 2010 — 1604,7; 2012 й. 1797,9 млрд һум тәшкил итә. Шулай уҡ ҡара: Баланс, Милли байлыҡ.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина