ТӨП ХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, химия сәнәғәте тармағы. Азот, сода, хлор, йод‑бром сәнәғәттәрен, минераль ашламалар, органик булмаған химия продукттары производстволарын үҙ эсенә ала. Сеймалы: эзбизташ, таштоҙ, һоро күмер, фосфориттар һ.б. БР‑ҙа Т.х.с. барлыҡҡа килеү Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илдең бер нисә химия сәнәғәте пр‑тиеһының Башҡортостанға эвакуацияланыуы м‑н бәйле. 1943 й. тәүге продукцияһын (көкөрт кислотаһын) Өфө химия з‑ды (ҡара: “Уфахимпром”), 1943 й. Стәрлетамаҡ дарылар етештереү з‑ды (ҡара: “Авангард”), 1945 й. Стәрлетамаҡ сода з‑ды (ҡара: “Сода”) сығара. 60‑сы йй. башында Салауат нефтехимия комб‑ты (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”) составында ашламалар з‑ды, 1964 й. Стәрлетамаҡ химия з‑ды (ҡара: “Каустик”), 1975 й. Мәләүез ҡатмарлы минераль ашламалар етештереү б‑са химия з‑ды (ҡара: “Минудобрения”) сафҡа индерелә. БР Т.х.с. 26 пр‑тие һәм производствонан тора (2004). Төп продукция төрҙәре: аминдар (полиэтилен полиаминдар, хлораминдар, этилендиамин һ.б.), аммиак, натрий бикарбонаты, шартлаусан матдәләр, дифенилолпропан, коррозия ингибиторҙары, минераль ашламалар, органик булмаған кислоталар, кальцинирланған сода, каустик сода, үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, шыйыҡландырылған газдар (азот, водород, кислород, хлор), барий берләшмәләре, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, хлорорганик берләшмәләр, көнкүреш химияһы тауарҙары. БР химия продукцияһын етештереү б‑са РФ‑та эре етештереүсе булып тора, 2013 й. кальцинирланған сода етештереүҙә респ. өлөшө — 55,5%, каустик сода етештереүҙә 17,2% (ошоға ярашлы 1 һәм 3 урын) тәшкил итә. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑та, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла. Ҡайһы бер продукция төрҙәрен етештереү күләмдәрен табл. ҡарағыҙ.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Башҡортостан Республикаһында төп химия

продукцияһын етештереү, мең т

Продукция төрҙәре

1990

1995

2000

2005

2010

Аммиак

272

243

292

475

4151

Кальцинирланған сода

1854

985

1303

1440

1560

Каустик сода

362

260

259

239

109

Минераль ашламалар (тәьҫир итеүсе матдәлә)

575

288

354

366

3422

Үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары (тәьҫир итеүсе матдәләр)

22,5

9,2

8,2

1,6

0,023

 

1 – Һыуһыҙ аммиак

2 – Минераль  йәки химик ашламалар (100% туҡлыҡлы матдәгә күсереп иҫәпләгәндә)

3 – Гербицидтар (100% тәьҫир итеүсе матдәлә иҫәпләгәндә).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина