УРЫНДАҒЫ ИДАРА, органдар һәм юғары органдар тәғәйенләгән етәкселәр тарафынан башҡарылған урындағы эштәргә идара итеү системаһы. Башҡортостан Монгол империяһы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һ.б. дәүләттәр составына ингән осорҙа идара хәрби-вассал системаға ҡоролған, бер үк ваҡытта урындағы үҙ идара системаһы булған. Хан наместниктар тәғәйенләгән, улар бейҙәр, ун мең баштары, мең баштары, йөҙ баштары, ун баштарына таянып идара иткән. Башҡорттарҙың ижт. мөнәсәбәттәре йола хоҡуғы м‑н көйләнгән. БашҡортостандыңРус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, уның терр‑яһының байтаҡ өлөшөндә воевода етәкс. (ҡара: Воевода идаралығы) Өфө өйәҙе ойошторолған. 1708 й. үткәрелгән адм. реформалар ваҡытында губерналар булдырыла, һуңыраҡ Өфө өйәҙе Өфө провинцияһына үҙгәртелә, уларға губернатор һәм провинция воеводаһы (1740—44 й. — вице-губернатор), бер үк ваҡытта 1734—44 йй. провинция м‑н — Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (173444)], 1735—42 йй. Башҡорт эштәре комиссияһы идара иткән (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош). 1744 й. граждандар һәм хәрби власҡа эйә булған губернатор етәкс. Ырымбур губернаһы ойошторола. 1751 й. 12 нояб. Ырымбурҙа Башҡа дин эштәре комиссияһы булдырыла, уның төп бурысы мосолмандарҙы көсләп христианлаштырыуҙы тыйыуға ҡайтып ҡала. 1781 й. Сембер һәм Өфө наместниклыҡтары составында Өфө һәм Сембер генерал-губернаторлығы ойошторолған, уларға генерал-губернатор етәкселек иткән, наместниклыҡтың гражданлыҡ идаралығы етәксеһе наместниклыҡ хакимы (губернатор) булған. 1796 й. Өфө наместниклығы Ырымбур губ. үҙгәртелә, хәрби һәм граждан губернаторҙары вазифаһы булдырыла. Бер үк ваҡытта Башҡортостанда 18 б. — 19 б. 2‑се ярт. идара итеүҙең кантон системаһы индерелә, дөйөм етәкселек хәрби губернатор, һуңыраҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы, попечителле кинституты ҡулында була. Кантондар м‑н туранан-тура кантон башлыҡтары һәм уларға буйһонған кешеләр идара иткән. 1851 й. Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторлыҡтары ойошторолғандан һуң, Ырымбур хәрби губернаторы вазифаһы Ырымбур һәм Һамар ген.‑губернаторы вазифаһына үҙгәртелгән, уға Ырымбур һәм Һамар губернаторҙары буйһонған. 1865 й. Өфө губернаһы ойошторолғандан һуң, Өфө губернаһы губернаторы, Ырымбур губернаһында Ырымбур ген.‑губернаторы вазифалары булдырыла. Революциянан (1917) һуң губернатор вазифаһы бөтөрөлә, уның бурыстары губ. комиссарына күсә. 1917 й. дек. 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы ҡарары м‑н авт. Башҡортостан терр‑яһында адм.‑терр. яҡтан кантондарға бүлеү индерелә, ул 1919 й. мартында “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү” м‑н раҫлана. БАССР Конституцияһынаярашлы, советтарҙың кантон һәм улус съездары, хеҙмәтсән депутаттарҙың ҡала һәм ауыл советтары урындағы власть органдары булып иҫәпләнгән. Советтар урындағы партия органдары етәкселеге һәм күҙәтеүе аҫтында эш иткән (ҡара: Советтар Союзы Коммунистар партияһы). 1930 й. Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарары м‑н БАССР терр‑яһы административ райондарға бүленгән, уларға 1997 й. тиклем һаҡланған район советтары һәм уларҙың башҡарма ком‑ттары идара иткән. БР район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары — БР ЮС‑ы Президиумы, 1993 й. башлап БР Президенты тарафынан тәғәйенләнгән. Ауыл һәм ҡасаба хакимиәте башлыҡтарын ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары ҡуйған. “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында” (2005 й. марты) законына ярашлы, хәҙ. был вазифалар һайланып ҡуйыла.

З.И.Йәнекәев, Г.Э.Ямалетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.