УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА, дәүләт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарға ярашлы адм.‑терр. берәмектәр халҡының үҙ аллы йәки һайланма органдар аша идара итеү системаһы. Башҡорттарҙа ҡәбилә йәки ырыу эсендә үҙидара бейҙәр, тархандар, аҡһаҡалдар ҡулында булған. Улар йыйын м‑н ҡоролтай ҡарарҙарына таянып эш иткән, ижт. мөнәсәбәттәр йола хоҡуғы м‑н көйләнгән. Халыҡ һәм шәриғәт судтары эшләгән. Идараның ошо рәүеше башҡорттар Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы һ.б. дәүләттәр составына ингәс тә йәшәгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң, Башҡортостан биләмәләрендә староста м‑н старшиналар етәкселегендәге улустар барлыҡҡа килгән (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош). У.ү. сикләү башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) төп сәбәптәренең береһе була, кантон системаһы индерелгәс, 1831 й. башҡ. улустарында йыйындар үткәреү тыйыла. 18 б. 2‑се ярт. алып ҡалалар ҙа У.ү. хоҡуғы ала. 1785 й. “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы” ҡалаларҙың хоҡуҡтарын һәм өҫтөнлөктәрен, биләгән ерҙәренә хоҡуғын, ҡала кешеләренең бурыстарын билдәләгән. Һәр ҡаланың үҙ гербы булған. Халыҡтың хоҡуҡтарын ҡала магистраты яҡлаған. Ҡала реформаһына (1870) ярашлы, ҡала идараһының ҡатламлы органдары бөтә ҡатлам вәкилдәренән торған органдарға алмаштырылған. Ырымбур һәм Өфө ҡҡ. ҡала думалары һәм ҡала башҡармалары асылған. У.ү. ныҡлы үҙгәрештәр Земство реформаһы ваҡытында булған. Бөтә ҡатлам вәкилдәренән торған земстволар системаһы ойошторолоп, унда күрһәтмә биреүсе орган булып земство йыйылышы, башҡарма орган – земство башҡармаһы торған. Земство (1864) һәм ҡала (1870) реформаларының төп маҡсаты Рәсәй м‑н идара итеүҙе үҙәктән күсереүгә ҡайтып ҡалып, уларҙың нигеҙендә власты һайлап ҡуйыу (үҙидара) һәм үҙ-үҙеңде финанслау ятҡан. 19 б. 60‑сы йй. уртаһында Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында улус йыйындарында һайлап ҡуйылған крәҫтиән үҙидараһы органдары – улус идаралары индерелгән. 19 б. 70—80‑се йй. земстволар эшмәкәрлегендә һаулыҡ һаҡлауҙы (ҡара: Земство медицинаһы) һәм халыҡ мәғарифын ойоштороу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленгән, соц. ихтыяждарға сығымдар артҡан. Революциянан (1917) һуң иғлан ителгән автономиялы Башҡортостан биләмәләрендә кантондар һәм улустарға бүленгән яңы адм.‑терр. системала У.ү. һаҡланған. 20 б. 20‑се йй. У.ү. учреждениелары совет власы органдары – хеҙмәтсән депутаттары советтары м‑н алмаштырыла. Урындағы властың был системаһы 20 б. 90‑сы йй. уртаһына тиклем һаҡлана. БР‑ҙа У.ү. Т‑да закон 1997 й. 20 дек. ҡабул ителеп, БР дәүләт властары контроле аҫтындағы ауыл, ҡасаба, ҡала, район муниципаль берәмектәре ойошторола. 2003 й. 6 февр. үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” РФ законы нигеҙендә 2005 й. 18 мартында БР‑ҙа У.ү. Т‑да яңы закон ҡабул ителеп, уға ярашлы респ. 54 муниципаль район, 9 ҡала округы, 14 ҡала торамаһы барлыҡҡа килә.

Г.Э.Ямалетдинова, З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин