ТАРМАҠ-АРА БАЛАНС, тулайым йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеүҙә иҡт.‑матем. модель, тармаҡ‑ара етештереү бәйләнештәрен һүрәтләй: бер тармаҡтағы продукцияны етештереү һәм был продукцияны етештереү өсөн тотонолған башҡа тармаҡ продукциялары (сығымдары). Халыҡ хужалығын өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Т.‑а.б. анализ объекты (милли һәм төбәк), тикшереү маҡсаты (отчёт һәм план), ваҡыт билдәһе (статик һәм динамик), тәҡдим итеү формаһы (хаҡтарҙа һәм натуралата) б‑са айырыла. Т.‑а.б. теоретик нигеҙҙәре СССР‑ҙа 1923—24 йй. эшләнә. 60‑сы йй. СССР‑ҙың ҙур иҡт. райондарының ҡайһы берҙәре өсөн Т.‑а.б. төҙөлә. БАССР‑ҙың Т.‑а.б. СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә әҙерләнә. Отчёт Т.‑а.б. — 1966 й., 1972 й., 1977 й., 1982 й., 1987 й. (ҡара: табл.), планға ярашлы динамик — 1976—90 йй., планға ярашлы динамик оптималләштереү Т.‑а.б. 2010 й. тиклем эшләнә. БАССР Т.‑а.б. анализлау ижт. етештереү структураһын асырға, терр. махсуслашыу тармаҡтарын билдәләргә, бөтә Союз хеҙмәт бүленешендә республиканың урынын асыҡларға булышлыҡ итә. 90‑сы йй. Рәсәйҙә милли иҫәптәр системаһы индерелә. Уның нигеҙендә БР‑ҙың 1991 й. һәм 1995 й. Т.‑а.б. эшләнә. Шулай уҡ ҡара: Баланс.

Әҙәб.: Региональная экономика /К.Н.Юсупов [и др.]. М., 2006.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

БАССР – ҙ ы ң    тармаҡ-ара баланстары отчётлылығы буйынса йыйылма күрһәткестәр

(тейешле йыл хаҡтарында, млн һум)

Йыйылма күрһәткестәр

1966

1972

1977

1982

Матди сығымдар, амортизацияны индереп

3848,0

6945,3

9646,7

13980,1

Һуңғы продукт

3530,7

4598,6

6498,2

8159,4

Етештерелгән милли табыш

3819,7

5283,3

6887,9

8315,4

Тулайым йәмғиәт продукты

7667,7

12228,6

16534,6

22295,5

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018