УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҠТАРЫ, ағас әҙерләү, ташыу, киҫеү һәм тейәп ебәреү, ш. уҡ беренсел ағас ағыҙыу (ҡара: Ағас әҙерләү сәнәғәте) м‑н шөғөлләнгән урман сәнәғәте пр‑тиелары. Күпселек У.с.х. ш. уҡ ағасты механик эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра (ҡара: Ағас эшкәртеү сәнәғәте); халыҡ ҡулланыуы тауарҙары (мебель, тәҙрә һәм ишек блоктары, саналар, арбалар, тәгәрмәстәр, дуғалар, сана табандары һ.б.) етештерә; аҡ шыршы ҡайнатыу (Инйәр урман сәнәғәте хужалығы, Белорет урман сәнәғәте хужалығы), ағас күмере яндырыу (Инйәр У.с.х., Ҡалтасы урман сәнәғәте хужалығы), сайыр (Белорет, Инйәр У.с.х.), һалабаш әҙерләү һ.б. урман кәсептәре м‑н шөғөлләнә. Һәр бер У.с.х. үҙ урман‑сеймал базаһы, урман ташыу юлы селтәре, складтары, транспорты бар. Ағас әҙерләү м‑н ш. уҡ ҡайһы бер урман комб‑ттары шөғөлләнә (ҡара: Әмзә урман комбинаты, Белорет урман комбинаты, Мәләүез урман комбинаты). Башҡортостанда тәүге У.с.х. (Асҡын урман сәнәғәте хужалығы, Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, Магинск урман сәнәғәте хужалығы) 20 б. 20‑се йй. аҙ. ойошторола. Күпселек У.с.х. ағас әҙерләү артелдәре (Әүжән урман сәнәғәте хужалығы, Баймаҡ урман сәнәғәте хужалығы, Ишембай урман сәнәғәте хужалығы), конторалары (Архангел урман сәнәғәте хужалығы, Инйәр У.с.х.), участкалары һәм урман пункттары (Ҡарлыхан урман сәнәғәте хужалығы) базаһында барлыҡҡа килә. 1952 й. “Башлес” тресы (ҡара: “Башлеспром”) ойошторола, ул У.с.х. күп өлөшөн берләштерә. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң күпселек У.с.х. ябыла. Шулай уҡ ҡара: Нура урман сәнәғәте хужалығы, Сибай урман сәнәғәте хужалығы, Темәс урман сәнәғәте хужалығы, Оло Теләк урман сәнәғәте хужалығы, Өфө урман сәнәғәте хужалығы, Яман‑Йылға урман сәнәғәте хужалығы.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.