ТАҠТА ЯРЫУ ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, ағас эшкәртеү сәнәғәтенең бүрәнәнән ағас‑таҡта (бурса һ.б.) етештергән тармағы. Таҡта ярыу з‑дтары һәм урман хужалыҡтары, урман сәнәғәте хужалыҡтары составындағы цехтарҙан тора. Таҡта ярыу цехтарында бүрәнәне һәм бурсаны буйға ярыу, ш. уҡ ҡыры киҫелмәгән таҡта бысыу һәм осон киҫеү тормошҡа ашырыла. Сей ағас‑таҡта махсус камераларҙа йәки асыҡ һауала киптерелә. Бүрәнәләрҙән уртаса 60—65% ағас‑таҡта алына. Өфө губ. 1876 й. — 1, 1885 — 8, 1900 й. 18 (13‑ө — Өфө һәм 5‑е — Бөрө өйәҙҙәрендә) таҡта ярыу з‑ды эшләй. 1922 й. Башҡ‑н таҡта ярыу тресы ойошторола. Индустриялаштырыу йылдарында БАССР‑ҙа ҙур таҡта ярыу з‑дтары, ш. иҫ. Өфө һәм Мәләүез з‑дтары, төҙөлә. 1934 й. СССР Урман сәнәғәте ХК‑ның Таҡта ярыу һәм ағас эшкәртеү баш идаралығына буйһонған 18 ағас з‑ды була. 1940 й. БАССР Урман сәнәғәте ХК ойошторола. 50‑се йй. башында респ. таҡта ярыу з‑дтары “Башлес” тресы (ҡара: “Башлеспром”) составына инә. БР Т.я.п. 487 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Башлеспром” ағас әҙерләү компанияһы, Белорет урман сәнәғәте хужалығы, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты, Әмзә урман комбинаты ҡарай. Ағас‑таҡта етештереү күләме (мең м3): 1913 й. — 120, 1928 — 230, 1940 — 213, 1960 — 1409, 1980 — 1262, 1990 — 1134, 2000 — 449, 2010 — 125, 2012 — 170; бысылған продукцияның 30%‑ын бәләкәй предприятиелар сығара (2006). Продукция БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018