“УРАЛТЕХНОСТРОЙ КОРПОРАЦИЯҺЫ”, ЯСЙ. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын йыһазландырыу өсөн блок‑модулле башҡарылышта технологик ҡорамалдар яһау, етештереү, монтажлау һ.б. м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш” ААЙ, “Уралтехнострой‑Теплопанель” ЯСЙ бүлендек пр‑тиелары инә. Мәскәү, Амман (Иордания), Грац (Австрия) ҡҡ. вәкиллектәре, Дәмәшҡ ҡ. (Сүриә) филиалы бар. 2012 й. 280 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар – БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең нефть һәм газ сығарыу пр‑тиелары.

1994 й. “Синко” ААЙ‑ның “Башнефтемашсервис” филиалы (Төмән ҡ.) булараҡ ойошторола, 1996 й. алып хәҙ. статустағы “Уралтехнострой”, 2002 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина