БАЗАНОВА Серафима Владимировна [26.12.1908, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ляхов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 5.1.1994, Өфө], терапевт. Мед. ф. д‑ры (1964), проф. (1965). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР‑ҙың Саҡмағош һәм Бүздәк р‑ндарында, Өфөлә эшләй. 1937—41 йй. һәм 1952 й. алып БДМИ‑ла уҡыта, 1952—81 йй. факультет терапияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре гастроэнтерология проблемаларын — ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра ауырыуын, эсәктәр дискинезияһын һ.б. дауалағанда ганглиоблокаторҙар, бензацин ҡулланыу һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә арналған. Б. ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын дауалағанда ҡымыҙ, “Өфө” минераль һыуын файҙаланыуҙы дәлилләй. 75‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1968).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика