ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ, тауарҙың баҙарҙа башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ тауарҙары м‑н конкуренция алып барыу һәләте; конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре, йәғни тәғәйен һатып алыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм уның аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек билдәләре булыуы. Т.к.һ. кимәле тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре (сифаты, техник кимәле, дизайныһ.б.), хаҡы һ.б. факторҙар (маркетинг, инновация, конкуренция, сервис кимәле, баҙар конъюнктураһы, етештереүсенең имиджы һ.б.) м‑н билдәләнә. Юғары, уртаса һәм түбән Т.к.һ. айырыла. Т.к.һ. күтәреү етештереү факторҙарын һөҙөмтәле файҙаланыу, етештереү сығымдарын кәметеү, фән ҡаҙаныштарын һәм етештереү технологияларын күпләп ҡулланыу, тауар характеристикаларын яҡшыртыу (хаҡҡа ҡағылышлы булмаған конкуренция) йәки хаҡты кәметеү (хаҡ б‑са конкуренция) иҫәбенә өлгәшелә. Төбәктә конкуренцияға һәләтле производстволар булыуы импорт күләмен кәметеүгә килтерә, халыҡтыңмәшғүллегенарттыра һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрә. Төбәктә етешетерелгән Т.к.һ. төп күрһәткесе булып тышҡы һәм эске баҙарҙа һатыу күләме тора (ҡара: Тышҡы сауҙа, Сауҙа). БР тулайым төбәк продуктының30%‑тан ашыуы экспорт иҫәбенә формалаша (2005). Эре экспортлаусылар: “Башнефть” АНК, Белорет металлургия комбинаты, “ГазпромнефтехимСалават”, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө фанер комбинаты, “Синтез‑Каучук” (Стәрлетамаҡ ҡ.), “Сода”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, “Уфаоргсинтез”.

Н.З.Солодилова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.