ТАРИХ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, тарих өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда тарихи белем биреү 19 б. башынан проф. уҡыу йорттарында (ҡара: Урта профессиональ белем) башлана. Тарих уҡытыусылары Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институттары) әҙерләнә, 1919 й. унда соц.‑тарихи йүнәлештәге бүлек асыла. 1929 й. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында ижт.-иҡт. бүлек булдырыла, уның ҡарамағында тарих каф. ойошторола, 1934 й. тарих ф‑ты (деканы Б.Ғ.Солтанаев) асыла. Т.б.б.б. системаһы дөйөм, махсус һәм өҫтәлмә белемде үҙ эсенә ала. Дөйөм тарихи белем дөйөм белем биреү йорттарында (20 б. башына тиклем мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә), лицей, гимназия, колледж, техникум, училищеларҙа бирелә. Рәсәй (боронғо дәүерҙән хәҙерге ваҡытҡа тиклем), боронғо донъя, урта быуаттар, яңы һәм өр-яңы (сит илдәр тарихы) тарих б‑са курстар өйрәнелә. Т.б.б.б. төбәк компоненты сифатында Башҡортостандың соц., сәйәси һәм хәрби тарихы өйрәнелә. Ошо маҡсатта “Боронғо дәүерҙән алып 1917 й. тиклем Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана с древнейших времён до 1917 г.”; 1991), “Башҡортостандың өр-яңы тарихы” (“Новейшая история Башкортостана”; Б.Х.Юлдашбаев, 1995), “Башҡортостан тарихы. Боронғо дәүерҙән алып 1917 йылға тиклем” (“История Башкортостана. С древнейших времён до 1917 года”; 1996), “Башҡортостан тарихы. ХХ быуат” (“История Башкортостана. XX век”; М.М.Ҡолшәрипов, 2005), “Боронғо дәүерҙән алып беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана с древнейших времён до наших дней”; 2 томда, 2004—06), “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”; 2005) һ.б. китаптар сығарыла. Махсус тарихи белем юғары уҡыу йорттарында бирелә. Рәсәй тарихын, археология, археография, этнология, дөйөм тарихты (боронғо донъя, урта быуаттар, Көнбайыш һәм Америка, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренең яңы һәм өр-яңы тарихы), тарих уҡытыу методикаһын, сығанаҡтар өйрәнеү, историография, палеография кеүек ярҙамсы фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Тарихи белемде Башҡорт дәүләт университеты, БДУ‑ның Бөрө (ҡара: Бөрө социаль-педагогия академияһы) һәм Стәрлетамаҡ (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы) филиалдары, Педагогия университеты, Сибай институтында алалар. Төбәк компоненты сифатында юғары уҡыу йорттарында — Башҡортостан тарихын, тарих ф‑ттарында Башҡортостандың археология һәм этнографияһын өйрәнәләр. Дәреслектәр: “Боронғо дәүерҙән алып ХVI быуатҡа тиклем Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана с древнейших времён до XVI века”; Н.А.Мәжитов, Ә.Н.Солтанова, 1994), “Боронғо дәүерҙән XIX быуаттың 60‑сы йылдарына тиклем Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана с древнейших времён до 60-х годов XIX века”; Х.Ф.Усманов; 1996), “Башҡортостан тарихы (1917—1990 йй.)” [“История Башкортостана (1917—1990 гг.)”; Р.З.Йәнғужин, 1997], “Башҡортостан тарихы. 1917—1990 йылдар” (“История Башкортостана. 1917—1990‑е годы”; Р.Н.Сөләймәнова, 2004), “ХIХ быуаттың икенсе яртыһы — ХХ быуат башында Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана во второй половине XIX — начале XX века” Усманов; 2006) һ.б. Юғары уҡыу йорттарында уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, бакалавриатта, магистратурала алып барыла. Өҫтәлмә тарихи белемде аспирантурала, докторантурала, стажировка ваҡытында үҙләштерәләр. Тарих б‑са аспирантура БДУ‑ла, БДПУ‑ла, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Этнологик тикшеренеүҙәр институтында бар. 1991 й. БДУ‑ның тарих ф‑тында “Ватан тарихы” һөнәре б‑са — кандидатлыҡ, 1997 й. докторлыҡ диссертацияларын яҡлау советы асыла. 1994—2002 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә “Археология. Этнография. Антропология” һөнәре б‑са кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау дисс. советы эшләй. Мәғарифты үҫтереү институтында тарих һәм йәмғиәт фәне уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстары ойошторола. 1991 й. Йәнғужиндың БДУ‑ла Башҡортостан Республикаһы тарихы һәм этнология каф., 1998 й. Р.Ғ.Буканованың— историография һәм сығанаҡтар өйрәнеү каф., 1993 й. В.С. Горбуновтың БДПУ‑ла тарихи-мәҙәни мираҫ каф. асыуы тарих фәндәрен уҡытыуҙа яңы мөмкинлектәр аса.

Ф.Т.Күзбәков, Ә.Ғ.Низамов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018