ТОРЛАҠ ФОНДЫ, торлаҡ биналар йыйылмаһы. Күп фатирлы һәм шәхси торлаҡ йорттарҙы, махсус йорттар һәм фатирҙарҙы, эштәге һәм йәшәүгә яраҡлы йорттарҙағы башҡа торлаҡ урындарын үҙ эсенә ала. Милек формаһы б‑са дәүләт, муниц., шәхси, йәмәғәт, ш. уҡ ҡатнаш формаларға бүленә. Т.ф. иҫәпкә алыуҙың төп күрһәткесе булып уның майҙаны (торлаҡ һәм ярҙамсы бүлмәләр майҙанының суммаһы булараҡ билдәләнә) тора. Революцияға тиклем Башҡортостанда Т.ф. күп өлөшө (1913 й. ҡала Т.ф. дөйөм майҙаны 1,2 млн м2 тәшкил иткән) шәхси милектә була һәм шәхси торлаҡ йорттарҙан, эшселәр ятаҡтарынан, килемле йорттарҙан (ҡара: Ҡунаҡханалар), ҡуналҡаларҙан һ.б. тора. Революциянан (1917) һуң күсемһеҙ милекте национализациялау эшселәрҙең һәм уларҙың ғаиләләренең бөтә уңайлыҡтары булған коммуналь фатирҙарға күпләп күсеүенә булышлыҡ итә. РСФСР ХКС‑ының 1921 й. 8 авг. ҡарарына ярашлы, урындағы советтарға торлаҡ йорттарҙы уларҙа йәшәүселәр коллективына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү рөхсәт ителә (ҡара: Торлаҡ кооперацияһы). Торлаҡ‑төҙөлөш кооперативтары ҡатнашлығында Т.ф. тергеҙеү, 20‑се йй. аҙ. алып яңы торлаҡ төҙөү башлана (ҡара: Торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө). КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының “СССР‑ҙа торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеше тураһында”ғы ҡарары (1957) м‑н бәйле 60‑сы йй. башында Т.ф. һиҙелерлек үҫеүе ғаиләләрҙе айырым фатирҙарға күсереүгә булышлыҡ итә. Т.ф. күбеһенсә дәүләт һәм муниц. милектә була. 90‑сы йй. башлап шәхси Т.ф. өлөшө арта, шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫә (ҡара: табл.) 1989 й. алып БР‑ҙа Т.ф. хосусилаштырыу башлана (2011 й. яҡынса 34,5 млн м2 торлаҡ бина хосусилаштырылған). 1997 й. БР Президентының “Торлаҡ проблемаһын хәл итеү, иҫке торлаҡ фондында йәшәгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм социаль‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү буйынса өҫтәмә саралар тураһында” указы ҡабул ителә, уны тормошҡа ашырыу барышында Т.ф. иҫке һәм авария хәлендәге йорттарының сағыштырма өлөшө 2011 й. 1,2%‑ҡа тиклем кәмей. БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды эшләй, ул торлаҡ төҙөлөшөн, ипотека кредиттарын (ҡара: Ипотека) һ.б. инвестициялай. Т.ф. торлаҡ‑эксплуатация ойошмалары (ҡара: Торлак-коммуналь хужалыҡ) тарафынан идара ителә һәм хеҙмәтләндерелә. БР Т.ф. (мең м2): 1990 й. — 60782,8; 1995 — 68510,6; 2000 — 71851,8; 2010 — 87441,8; 2011 — 89380,1; 2015 — 98363,5. 2011 й. респ. Т.ф. 1,6 млн ашыу айырым фатирҙан тора, уларҙың бер бүлмәлеләре — 33,7%, ике бүлмәлеләре — 34,4, өс бүлмәлеләре — 25,0, дүрт һәм унан күберәк бүлмәлеләре — 6,9%. Ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа Т.ф. төҙөкләндереү кимәле: һыу үткәргес м‑н 94,8% һәм 60,3%, канализация — 93,2 һәм 48,5, үҙәктән йылытыу — 97,8 һәм 72,4, эҫе һыу — 88,4 һәм 38,4, газ — 86,6 һәм 84,3, ванна — 83,1 һәм 21,6, иҙәнгә ҡуйыла торған электр плиталары м‑н 11,4% һәм 2,7% (ярашлы рәүештә) йыһазландырылған. Халыҡтың торлаҡ м‑н тәьмин ителгәнлеге 1 кешегә уртаса 24,2 м2 дөйөм майҙан (ҡалаларҙа — 22,6; ауыл райондарында — 26,8) тура килә. Иң ҙур Т.ф. (мең м2) Өфө (22545,9), Стәрлетамаҡ (5496,7), Салауат (3212,2) ҡалаларында, ш. уҡ Иглин (1223,6), Өфө (2425,2) һәм Шишмә (1280,6) р‑ндарында урынлашҡан.

Г.А.Карташева, К.Ф.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Торлаҡ фонды структураһы,  %-ҙ а

Торлаҡ фонды

1990

1995

2000

2005

2010

2011

Дәүләттеке

28,57

10,59

4,94

8,06

1,61

1,55

Муниципаль

30,61

34,34

24,07

10,91

9,12

8,61

Йәмәғәт

0,17

0,07

0,01

Шәхси

40,65

44,18

66,68

81,03

89,27

89,84

Ҡатнаш милек төрөндә

10,82

4,3

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018