ТИМЕРБЕТОН ҠОРОЛМАЛАР ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ ДЕТАЛДӘРЕ ЗАВОДЫ, “РЖДстрой” ААЙ филиалы. Өфөлә урынлашҡан. Составына тимер‑бетон һәм ағас эше цехтары (икеһе лә 1937 й. нигеҙләнгән) инә. 2005 й. 58 кеше эшләгән. Продукцияһын төп ҡулланыусылар: Куйбышев т. юлы пр‑тиелары, трестың төҙөлөш поездары.

1937 й. Сызрань тимер‑бетон конструкциялар з‑дының төҙөлөш ихатаһы булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Куйбышев т. юлындағы юл төҙөү-монтажлау тресының, 2003 й. башлап “Рәсәй тимер юлдары” (2006 й. алып “Росжелдорстрой”, 2008 й. — “РЖДстрой”) ААЙ‑ындағы 9‑сы төҙөлөш‑монтаж тресының тимер‑бетон ҡоролмалар һәм төҙөлөш деталдәре з‑ды.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.