ТИМЕР‑БЕТОН ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1959 й. Өфөлә “Башнефтезаводстрой” тресы составында трестың ярҙамсы пр‑тиелары контораһы (1945 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторола, 1993 й. алып бүлендек пр‑тие, 2005 й. ябыла. Составына кислород (1939 й. асылған), асфальт‑бетон, арматура, эре панелле йорттар төҙөү (бөтәһе лә — 1955), эретмәләр (ике узел; 1961, 1966), доборлы элементтар (1965) цехтары ингән. 2000 й. 383 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев