ТИМЕР ЮЛДАР, хәрәкәт иткән махсус составтар (локомотив һәм вагондар) өсөн тәғәйенләнгән рельслы юлдар; илдең берҙәм транспорт селтәренең ҡушма өлөшө. Техник саралар комплексы — хәрәкәт иткән состав (ҡара: Тимер юл транспорты), яһалма ҡоролмалар (күперҙәр, эстакадалар, туннелдәр), станциялар, автоматика һәм телемеханика саралары (сигнализация, блокировка), ш. уҡ биналар (вокзалдар, деполар, оҫтаханалар) һ.б. м‑н йыһазландырылған. Тәғәйенләнеше б‑са дөйөм ҡулланылыштағы (магистраль), сәнәғәт транспорты (пр‑тие һәм ойошмаларҙың инеү юлдары), ш. уҡ ҡала транспорты (метрополитен һәм трамвай юлдары) Т.ю.; колея киңлеге б‑са — киң колеялы (1520 мм) һәм тар колеялы (762, 891, 914, 1000 мм); юлдар һаны б‑са — бер, ике, күп юллы; тартыу ысулы б‑са электр, дизель (тепловоз), газ турбинаһы һәм пар м‑н эшләгән Т.ю. айырыла.

Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Һамар—Өфө Т.ю. сафҡа индерелә, уның 486 км оҙонлоғондағы Кинәле станцияһынан Өфө станцияһына тиклемге участкаһы 1888 й. файҙаланыуға тапшырыла. Т.ю. асылыуға 23 станция, 5 депо, Өфө төп т. юл оҫтаханалары (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы), 23 һыу ҡыуыу ҡоролмаһы, 700‑гә яҡын асыҡ йәки ябыҡ тауар платформаһы, бина һәм ҡоролмалар, ш. иҫ. Ағиҙел й. аша 6 тороҡло күпер, Өфө станцияһы вокзалы (ҡара: Өфө тимер юл вокзалы) төҙөлә. 1890 й. Һамар—Өфө т.ю. Златоусҡа тиклем һуҙыла (оҙонлоғо 321 км) һәм Һамар—Златоуст исемен ала. Бер юллы була, тәүлегенә 9 пар поезд үткәрә ала. Респ. Т.ю. селтәрен булдырыу 20 б. 30‑сы йй. аҙ. — 60‑сы йй. башына тура килә, нефть, газ, күмер, мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм сәнәғәттең нефть, химия, тау‑ҡаҙылма һ.б. тармаҡтарының үҫеүенә бәйле була. 1954 й. Куйбышев т. юлының Дим—Кропачёво линияһында (171 км) Т.ю. электрлаштырыу башлана (ҡара: табл.). 70—90‑сы йй. Куйбышев т. юлының электрлаштырылған Ҡарлыман—Белорет т. юлы линияһы (1977) һәм Өфө ҡ. көньяҡтан урау т. юлы линияһы (1982; респ. терр‑яһы буйлап 61 км), Дим—Шишмә линияһында 3‑сө (1981) һәм 4‑се (1986) юлдар һ.б. һалына. 1938—59 йй. Куйбышев т. юлының Бензин‑Черниковка узелы (БР терр‑яһы буйлап 32 км) төҙөлә, уның эсенә Черниковка‑Восточная, Бензин, Яңы Өфө, Лощинная, Загородная станцияларынан Өфө нефть эшкәртеү һәм химия з‑дтарына илткән сәнәғәт транспорты т. юлы линиялары инә. 1975 й. Загородная—Благовещен линияһы (15 км) һалына, ул Благовещен ҡ. заводтар төркөмөнә инеү юлы итеп файҙаланыла.

Респ. терр‑яһы буйлап үткән дөйөм ҡулланылыштағы Т.ю. файҙаланылған оҙонлоғо 1451 км тәшкил итә, т.ю. тығыҙлығы 1000 км2 — 10,2 км (2011) тура килә. Пр‑тиеларға инеү юлдарының оҙонлоғо 603 км тәшкил итә.

Башҡ‑н терр‑яһы буйлап үткән төп т. юл линиялары:

Кинәле—Өфө—Златоуст (Куйбышев һәм Көньяҡ Урал т. юлдары ҡарамағында, БР терр‑яһы буйлап 410 км). Дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Йәрмәкәй, Бәләбәй, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө, Иглин р‑ндары аша үтә, респ. Рәсәйҙең Европа өлөшө, Волга буйы, Урал һәм Көнбайыш Себер сәнәғәт үҙәктәре м‑н тоташтыра. БР‑ҙың төп транспорт магистралдәренең береһе. 1951 й. Ағиҙел й. аша икенсе 6 тороҡло күпер, 1952 й. Өфө й. аша 3 тороҡло күпер төҙөү тамамлана. Электрлаштырылған.

Бөгөлмә—Шишмә (Куйбышев т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 142 км). Дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Туймазы, Бүздәк, Благовар һәм Шишмә р‑ндары аша үтә, респ. Волга буйы, Урал, Себер, Урта Азия сәнәғәт үҙәктәре м‑н тоташтыра. 1914 й. төҙөлә, электрлаштырылған.

Ҡарлыман—Белорет—Магнитогорск (Куйбышев һәм Көньяҡ Урал т. юлдары, БР терр‑яһы буйлап 310 км). БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил р‑ндары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия м‑н тоташтыра. 1961 й. Магнитогорск—Белорет линияһы (105 км) төҙөлә, 1977 й. Ҡарлыман—Белорет линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.

Ҡазан—Екатеринбург (Горький т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 69 км). Дөйөм йүнәлеше — көнбайыштан көнсығышҡа. Яңауыл р‑ны аша үтә, РФ‑тың үҙәк райондарын Урта Урал һәм Себер м‑н тоташтыра. 1924 й. төҙөлә, электрлаштырылған.

Дим—Ишембай—Төйлөгән (Куйбышев т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 312 км). Дөйөм йүнәлеше — төньяҡтан көньяҡҡа. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе р‑ндары аша үтә. 1936 й. Дим—Ҡарлыман— Ишембай линияһы (173 км) төҙөлә, 1951 й. уға Аллағыуат—Күмертау—Төйлөгән линияһы (153 км) ҡушыла. Дим—Ҡарлыман участкаһы электрлаштырылған (1977).

Магнитогорск — Сибай (Көньяҡ Урал т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 110 км). Әбйәлил һәм Баймаҡ р‑ндары аша үтә. 1954 й. төҙөлә. Мейәс—Учалы (Көньяҡ Урал т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 97 км). Учалы р‑ны аша үтә. 1959 й. төҙөлә.

Мораптал — Һаҡмар (Көньяҡ Урал т. юлы, БР терр‑яһы буйлап 12 км). Көйөргәҙе р‑ны аша үтә. 1980 й. төҙөлә.

А.Н.Безденежных, О.В.Дмитриева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Башҡортостанда дөйөм ҡулланылыштағы юлдар, км

Күрһәткестәр

1928

1940

1965

1975

1990

2000

2010

2011

Юлдарҙың эксплуатацияланған оҙонлоғо,

554

780

1198

1209

1506

1475

1457

1451

   ш. иҫ. электрлаштырылған

396

539

982

952

 

Карта.  Тимер юлдар