БАЗАЛЬТ (лат. basaltes), магмалы тау тоҡомо, габброның эффузив аналогы. Һелте составлы плагиоклаздан, моноклинлы пироксендан һәм магнетит, ильменит, апатит, оливин, вулкан быялаһы ҡушылмаларынан тора. Структураһы тығыҙ йәки ваҡ бөртөклө, йыш ҡына порфирлы, текстураһы күҙәнәкле; Б. йыш ҡына бүкән нигеҙле айырымлығы була. Төҫө ҡуйы һоронан ҡараға тиклем. Таш ҡойоуҙа, ҡырсынташ, йөҙләү материалдары һ.б. етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда палеозой Б. Магнитогорск мегасинклинорийында үҫешкән, уларҙың метаморфланған һуңғы кембрий алды аналогтары локаль рәүештә Башҡорт мегантиклинорийының аҫҡы, урта рифей һәм венд ултырмаларында таралған.

Әҙәб.: Заварицкий А.Н. Изверженные горные породы. М., 1956.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика