ТАУ СӘНӘҒӘТЕ, 17 б. — 20 б. башында Рәсәй иҡтисадының бер тармағы. Башҡортостанда 17 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Тәүҙә Ҡазан һарайы приказы (Өфө өйәҙе), Себер приказының Верхотур һәм Тубыл разрядтары (Урал аръяғы), 1719 й. 10 дек. Берг-привилегия һәм 1739 й. 3 мартындағы Берг-регламентҡа ярашлы — Берг-коллегия (1722 й. тиклем Берг-мануфактур-коллегия), 1806 й. 13 июлендәге “Тау положениеһы” һәм 1857 й. Тау уставына ярашлы, Тау департаменты (1811—63 йй. Тау һәм тоҙ эштәре департаменты; 1873 й. тиклем һәм 1905 й. Финанс министрлығы, 1873 й. алып Дәүләт милке министрлығы, 1894—1905 йй. Игенселек һәм дәүләт милке министрлығы, 1905—17 йй. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында) контроле аҫтында була. 1721 й. Урал һәм Себер Т.с. м‑н идара итеү өсөн Себер юғары тау етәкселеге (1723 й. Көңгөр ҡ. Екатеринбург ҡ. күсерелеп, Себер обер-бергамтына үҙгәртелә) ойошторола, уға Көңгөр һәм Ҡазан тау етәкселектәре (1725 й. алып бергамттар), 1724 й. башлап Нерчинск, 1725 й. — Пермь бергамттары буйһона. 1734 й. Себер обер-бергамты — Себер һәм Ҡазан з‑дтары баш идараһы канцелярияһы (ҡара: Уралтау идаралығы), бергамттар тау етәкселектәре тип үҙгәртелә. 1782 й. шәхси заводтар биләмә (аҫаба алпауыт хужалыҡтарында) һәм посессион (дәүләттән ер, рудник, эшсе көстәрен һ.б. ҡуртымға алыусылар) төрҙәргә бүленә. 1802 й. Уралда Горноблагодатский, Екатеринбург һәм Пермь тау етәкселектәре ойошторола. Тәүге Урал тау з‑дтары дәүләт тарафынан төҙөлә, 1719 й. Берг-привилегияны ҡабул иткәндән һуң шәхси заводтар барлыҡҡа килә. Берг-привилегия рудник һәм заводтарҙы мираҫҡа алыу хоҡуғын гарантиялай, сәнәғәтселәрҙе урындағы власть башбаштаҡлығынан ҡурсалай, Берг-коллегияға тау заводы хужаларына, мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәргә финанс һәм техника м‑н ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтә, металды ирекле һатыу хоҡуғын бирә. Дәүләт милкендә булған файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡулланған өсөн табышҡа 10% һалым һалына. Мәғдән сығарыр һәм завод төҙөр өсөн ятҡылыҡ урынлашҡан ер хужаһына өҫтөнлөк бирелә; ш. уҡ ер биләүсегә сәнәғәтсе-арендатор килеменең 1/32 өлөшө тейеш була. 18 б. уртаһына тиклем мастеровой һәм эшсе кешеләр, ш. уҡ заводта эшләгән урындағы халыҡ рекрут йөкләмәһенән һәм йән башынан алынған һалым түләүҙән азат ителә. 1739 й. Берг-регламент һалым ставкаларын кәметеп, ҡаҙнаға дәүләт ҡуйған хаҡ м‑н иретелгән баҡырҙың 2/3 өлөшөн мотлаҡ тапшырыу талабын ҡуя. Дәүләт крәҫтиәндәрен шәхси заводтарға беркетеү рөхсәт ителә (ҡара: Посессион крәҫтиәндәр). Сәнәғәтселәр заводтарға килтерелгән аҙыҡ-түлек өсөн пошлина түләмәй. Ятҡылыҡтарҙы беренсе табыусыларға шул ерҙәрҙән тотҡарлыҡһыҙ участка алыу хоҡуғы бирелә. Арендатор ер хужаһына табыштың 1/32 өлөшөн түләмәйенсә, етештерелгән тауарҙың 2%‑ын бирә башлай. Сит ил кешеләре Ватан сәнәғәтселәре м‑н тиң хоҡуҡ ала. Урал тау з‑дтарының күпселеге башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә төҙөлә [завод ихтыяждары өсөн аҫаба ерҙәрҙе баҫып алыу башҡорт ихтилалдары (1718 бб.) сәбәптәренең береһе була]. Башҡортостандың Т.с. үҫешенә урындағы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр тос өлөш индерә. 18 б. 1‑се сирегендә 7 ҡаҙна заводы — Һарылы һәм Көңгөр баҡыр иретеү, Түб. һәм Үрге Ташлы заводтары, Түб. һәм Үрге Уктус суйын, баҡыр иретеү һәм тимер етештереү з‑дтары, Өфө (Алабуға), Ялан заводтарыһалына; 4 шәхси завод — Давыдов баҡыр иретеү з‑ды, Анцуб заводы, Соҡсон заводы һәм Үрге Ирген заводытөҙөлә; Далмат Успение ир-егеттәр монастыры Далмат суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑дына нигеҙ һала. 18 б. 30—40 йй. Т.с. нығыныу осоро кисерә: заводтар төҙөү йылдамлана, яңы рудниктар һ.б. эшкәртелә. Т.с. үҫешенә Ырымбур экспедицияһы (173444) эшмәкәрлеге, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен дворяндарға, тау заводы хужаларына һәм халыҡтың башҡа категорияларына һатыу-һатып алыуҙы һәм заводтар төҙөүҙе рөхсәт итеү [батша указдары (1736 й. 11 февр.)], башҡ. ерҙәрен ҡаҙна ихтыяждары өсөн ҡаршылыҡһыҙ тартып алыу (1740 й. 31 майындағы Сенат указы) һ.б. булышлыҡ итә. Шул осорҙа 25 завод төҙөлә, шуларҙың 15‑е баҡыр иретеү, 5‑әүһе суйын иретеү һәм тимер етештереү, 2‑һе тимер етештереү, 2‑һе тимер етештереү, баҡыр, суйын иретеү, 1‑һе тимер етештереү һәм баҡыр иретеү з‑ды була. 25 заводтың 7‑һе — Түб. Сысәрт заводы, Төньяҡ заводы, Түб. һәм Үрге Йоҡ заводтары һ.б. —ҡаҙнаға ҡарай, ҡалғандары — Корин заводы, Йоҡ (Кнауф) заводы, Шылва заводы, Рәүҙе заводы, Белембай заводы, Бым заводы, Түб. Рождественск заводы, Биҙәр заводы, Курашим баҡыр иретеү з‑ды, Үрге һәм Түб. Һирге заводтары, Тайыш заводы, Ашап заводы, Воскресенка заводы, Бөрҫөт заводы, Йоҡ-Кама заводы, Уй заводы, Наҙы-Петровск заводышәхси ҡулда була. 50‑се йй. — 70‑се йй. башында Урал Т.с. үҫешенә яңы шәхси тау заводтары төҙөлөү, ш. уҡ ҡаҙна заводтарын шәхси ҡулға тапшырыу (Сенаттың 1753 й. 13 окт. “Ырымбур губернаһында тимер һәм баҡыр заводтары менән хужалыҡ итеүҙе тик шәхси сәнәғәтселәргә генә рөхсәт итеү тураһында...” указына ярашлы) хас. 54 шәхси завод (28 баҡыр иретеү, 11 тимер етештереү, 9 суйын иретеү һәм тимер етештереү, 5 суйын иретеү, тимер етештереү һәм баҡыр иретеү, 1 суйын иретеү), ш. иҫ. Преображенск заводы, Иштирәк заводы, Богоявленск заводы, Кәҫле заводы, Архангел баҡыр иретеү заводы, Ҡананикольск заводы, Үрге Троицк заводы, Верхотор заводы, Архангел (Шаран) заводы, Үрге һәм Түб. Әүжән‑Петровск заводтары, Бемыш заводы, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы, Благовещен заводы, Покровка заводы, Ҡытау-Ивановка заводы, Үрге һәм Түб. Ҡыштым заводтары, Ҡытаутамаҡ заводы, Шылва баҡыр иретеү з‑ды, Һарына заводтары, Аҙаш-Өфө суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды, Һатҡы (Троица-Һатҡы) суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды, Богословский заводы, Аннинский заводы, Кеолим һәм Шәмәхә суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑дтары, Йүрүҙән-Ивановка заводы, Түбәнге Троицк заводы, Варзы-Алексеевка заводы, Өҫән-Ивановка заводы, Бисерт заводы, Үрге Эҫем заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Үрге Өпәле заводы, Шәрмәйет заводы, Спас баҡыр иретеү з‑ды, Тиса заводы, Ҡурған һәм Ирлән баҡыр иретеү, Илдиан суйын иретеү, Ҡалтай тимер етештереү з‑дтары, Белорет заводы, Камбарка заводы, Ҡағы заводы, төҙөлә. 18 б. һуңғы сирегендә Урал Т.с. үҫеше Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) һөҙөмтәһендә тотҡарлана, 26 завод тулыһынса (күбеһе ҡайтанан тергеҙелмәй), 21‑е өлөшләтә емерелә. Т.с. 2 млн һумдан ашыу зыян килтерелә. 18 б. аҙ. 10 шәхси завод (5 тимер етештереү, 4 суйын иретеү һәм тимер етештереү, 1 баҡыр иретеү) — Үҙәнзаводы, Мейәс заводы, Мең заводы, Әртә заводы, Түб. Эҫем, Минйәр заводтары, Молеб суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды, Ҡуҫа заводы, Әтек заводы, Үрге Рождественск з‑ды —төҙөлә. 18 б. 2‑се ярт. Урал тимер етештереү з‑дтарының продукцияһы Рәсәйҙә сығарылған суйындың 2/3 өлөшөн тәшкил итә. 19 б. 1‑се ярт. — Урта Рождественск з‑ды, Козин, Мариин һәм Михаил тимер етештереү з‑дтары, Тирлән заводы, Үрге Һарына, Түб. Өпәле з‑дтары, Варвара тимер етештереү, Саҡйылға баҡыр иретеү һәм тимер етештереү, Үрге Сысәрт з‑дтары, 19 б. 2‑се ярт. — Ильин, Тиса, Николаевка, Баранов һәм Иван-Павловка тимер етештереү з‑дтары, Михайловск (Мәтеле) суйын иретеү, Егәҙе заводтары, Инйәр заводы, Ләмәҙ заводы, Лапышты заводы, Никольск заводы, Әшә‑Балашов заводы, Архангел суйын иретеү заводы, 20 б. башында Гөмәш баҡыр сығарыу һәм Таналыҡ-Баймаҡ заводтары төҙөлә. Урал Т.с. производство төҙөлөшө 19 б. сиктәш ерҙәре м‑н бер йәки бер нисә завод ингән округтар системаһы рәүешендә формалаша. Шәхси мөлкәт округтарының сиктәре башлыса милекселәрҙең ғаилә (никах һәм мираҫ) мөнәсәбәттәре барышында һәм заводтар м‑н алыш-биреш итеү һөҙөмтәһендә үҙгәрә. Әгәр заводҡа йәки округҡа отошло булһа, заводты һатырға йәки округтан сығарырға рөхсәт ителә. Бүленеп сыҡҡандан һуң завод үҙ аллы округ булараҡ эшләй. Хакимиәт урынлашҡаны баш завод тип һанала (бында суйын иретеп, тимер эшләгәндәр). Ҡалғандарында һуңғы эштәр башҡарыла. Мәҫ., Белорет, Ҡағы, Ҡытау-Ивановка, Эҫем һәм Әүжән-Петровск округтарында 2‑шәр завод була. Ҙур ер биләмәһе (ҡара: Ербиләү) булыуы, эске хужалыҡтағы сикләүле иҡт. төҙөлөштөң оҡшаш билдәләре Т.с. хужалығын алпауыттыҡы (а.х.) м‑н яҡынайта. Округтың хужаһы бер үк ваҡытта завод хужаһы ла, алпауыт та була. Тау заводы хужалары араһында дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), эре һәм урта сауҙагәрҙәр, крәҫтиәндәр булған. Башта заводтар төҙөүгә ваҡ эшҡыуарҙар капитал һала. Т.с. үҫешендә сауҙагәрҙәр ҙур урын тота. 10 (йәки күберәк) заводы булған тау заводы хужаларының иң эре династиялары араһында Губиндар, Демидовтар, Мосоловтар, Мясниковтар, Осокиндар, Строгановтар, Твердышевтар һ.б. бар. 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Т.с. бер нисә пр‑тиеһы акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә (ҡара: Белорет заводтары йәмғиәте, Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте, Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Уралтау заводтары акционерҙар йәмғиәте, “Рус баҡыры”, Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, Урал-Волга металлургия акционерҙар йәмғиәте, Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте, Көньяҡ Урал металлургия йәмғиәте). Көньяҡ Урал Т.с. иң билдәле ойоштороусылары һәм инженерҙары — П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар), В.И.Геннин, П.М.Обухов, В.Н.Татищев. Т.с. халҡы башлыса дәүләт крәҫтиәндәре, батша һарайы крәҫтиәндәре, алпауыт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, халыҡтың төрлө соц. категорияларынан ялланған кешеләрҙән ойоша (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре). 18 б. тау заводтарында күберәк Үҙәк Рәсәйҙән сығарылған крепостнойҙар эшләй. 19 б. башына тау заводтарында эшселәр өҫтөнлөк итә, улар араһында мастеровой һәм эшсе кешеләр династияһы айырыла. 19 б. эшсе көсө башлыса Т.с. халҡының тәбиғи артыуы иҫәбенә тулылана, мәҫ., Ырымбур губернаһында быуат башында 23 мең ир-ат иҫәпләнһә, 1860 й. 70 меңгә тиклем етә. Эшселәрҙең күбеһен урыҫтар тәшкил итә, ялланған кешеләр араһында ш. уҡ башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һ.б. осрай (улар өсөн эш хаҡы төп килем сығанағы булып, бер өлөшө һалымдарҙы түләүгә китә). Заводтарҙа ҡатын-ҡыҙ м‑н балаларҙың хеҙмәте киң ҡулланыла (1799 й. 14 майындағы Т.с. эштәренә 12 йәшлек үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү т‑дағы указға ҡарамаҫтан, производствоға 8—11 йәшлек балалар алына). 1861 й. шәхси (аҫаба һәм посессион) һәм ҡаҙна тау заводы м‑н промыслаларында крепостной мөнәсәбәттәрҙе тыйған “Финанс министрлығы ведомствоһының шәхси тау заводтарына беркетелгән кешеләр тураһында өҫтәмә ҡағиҙәләр” (19 февр.) һәм “Финанс министрлығы ведомствоһының ҡаҙна тау заводтары халҡы тураһында положение” (8 март) ҡабул итеү эшселәр синыфының формалашыуын тиҙләтә. 18 б. 50—60‑сы йй. Вознесенка, Ҡыштым һ.б. заводтарҙа завод етәкселегенең ҡанһыҙлығы һәм башбаштаҡлығы арҡаһында сыуалыштар була. Богоявленск, Вознесенка (Ырғыҙлы), Воскресенка, Златоуст (Косотур), Ирген, Кәҫле, Ҡананикольск, Ҡыштым, Троицк, Уй, Әүжән‑Петровск һ.б. заводтарҙың халҡы 1773—75 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша (4 меңгә яҡын кеше һәләк була, хәбәрһеҙ юғала). 19 б. 1‑се ярт. Белорет, Благовещен, Йүрүҙән-Ивановка, Кәҫле, Тирлән, Әүжән-Петровск һ.б. заводтарҙа эш хаҡын ваҡытында түләү һәм арттырыу, аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин итеү, эш нормаһын, штрафтарҙы кәметеү һ.б. талаптар ҡуйыла. Златоуст (Косотур) з‑дындағы ваҡиғалар (ҡара: Златоуст ҡан ҡойошо) билдәлелек ала. Революция (190507) ваҡытында ла заводтарҙа сыуалыштар була. 18 б. Башҡортостанда күбеһенсә баҡыр иретеү заводтары төҙөлә, 19 б. алып суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары күбәйә. Златоуст (Косотур), Ирген, Сысәрт, Уктус, Ялан һ.б. бихисап заводтарҙың ҡатнаш баҡыр, суйын иретеү һәм тимер етештереү производстволары була. 18 б. баҡырҙы һауа өрҙөргөс машиналар м‑н тәьмин ителгән шахта мейестәрендә (ҡара баҡыр), шплейзофен (иретеү), гармахер горндарында йәки штыклы мейестәрҙә (таҙа баҡыр) иреткәндәр. 19 б. Аннинский, Благовещен, Вознесенка (Ырғыҙлы), Воскресенка, Йоҡ, Ялан баҡыр иретеү з‑дтары иң эреләре (7—12 мейесле) булып һанала. 18 б. тимер етештереү производствоһы нигеҙендә суйынды домнала иретеү технологияһы һәм уны крица алымы м‑н тимергә әйләндереү ята. Домна мейестәренең (горн, торба, һауа өрҙөргөс машина) эшләү ваҡыты уларҙың ҡеүәтенә, файҙаланыу шарттарына, һыуҙың етерлек күләмдә булыуына, мәғдән сифатына һ.б. бәйле була (мәҫ., Үҙән з‑дында домнала иретеү — 354, Ҡытау‑Ивановкала — 265, Белорет з‑дында 254 көн барған). 19 б. иң эре һәм техник яҡтан йыһазландырылған заводтар иҫәбенә Белорет, Йүрүҙән-Ивановка, Ҡытау- Ивановка, Ҡыштым, Рәүҙе, Һирге, Әүжән-Петровск з‑дтары (2‑шәр һәм унан да күберәк мейесе булған) инә. 19 б. башында Златоуст (Косотур), Ҡытау-Ивановка һәм Эҫем з‑дтарының домна мейестәре иң яҡшыларҙың береһе тип һанала, уларҙа тәүлегенә уртаса 500 бот тирәһе суйын етештерелә. Аҙ ғына суйында иретер өсөн вагранка (шахта мейесе) ҡулланыла, унда аҙ яғыулыҡ м‑н юғарыраҡ сифатлы суйын алына. Суйынды тимергә әйләндерер өсөн крица горндарында ҡыҙҙырылған суйынды (крица) ҡайтанан сүкегәндәр. 19 б. пудлингылау, 40‑сы йй. контуаз технологияһы (ҡара: Металлургия) индерелә. Бессемер конвертерҙарында (Ҡытау-Ивановка з‑ды, 70‑се йй.) һәм мартен мейестәрендә [Златоуст (Косотур) з‑ды, 80‑се йй.] ҡойолған металл етештереүгә күсеү Т.с. ҡаҙанышына әйләнә. Заводты кәрәкле кимәлдә һыу м‑н тәьмин иткән һәм уның биләмәһен һыу баҫыуҙан һаҡлаған быуа завод комплексының мөһим звеноһы була. Тәүҙә быуаларҙы ерҙән төҙөгәндәр (18 б. тик Соҡсон з‑дының таш быуаһы булған), 19 б. уларҙың тышын өлөшләтә таш м‑н көпләй башлағандар (Благовещен, Мейәс, Төньяҡ һ.б. заводтар). 19 б. уртаһында Ҡытау-Ивановка, Үҙән, Әүжән-Петровск, Эҫем, һуңыраҡ башҡа заводтарҙа пар двигателдәре ҡуйыла. Тау заводтарының етештереүсәнлеге бер төрлө үҫешмәгән. 19 б. Архангел, Ашап, Благовещен, Богоявленск, Бым, Верхотор, Воскресенка, Йоҡ (Кнауф), Преображенск һәм Ялан баҡыр иретеү, Белембай, Златоуст (Косотур), Рәүҙе, Түб. Әүжән-Петровск, Үрге Ҡыштым һәм Үрге Һирге суйын иретеү, Үрге Шайтан (ҡара: Шайтан заводтары) һәм Түб. Ҡыштым тимер етештереү з‑дтары иң ҡеүәтлеләре була. 19 б. 60‑сы йй. метал иретеү күләме уртаса икеләтә арта. Рудник һәм урман дайсаларының ярлыланыуы, 1861 й. һуң эшсе көстәренең китеүе, яңыртыу өсөн әйләнештәге аҡсаның етмәүе арҡаһында пр‑тиеларҙың рентабелһеҙлеге, донъя баҙарының конъюнктураһы һәм башҡа сәбәптәр Башҡортостандағы күп заводтарҙың ябылыуына килтерә. Ҡайһы бер заводтар нигеҙендә эре пр‑тиелар — Белорет, Бисерт, Благовещен, Богоявленск, Златоуст (Косотур), Тирлән, Һатҡы, Әртә, Әтек, Әшә-Балашов һ.б. заводтар — төҙөлә. 19 б. 1‑се ярт. Урал тау заводтары продукцияһы Ырымбур крайында (башлыса Бөрө, Бәләбәй, Өфө һәм Ырымбур ҡҡ.), Ҡазан, Мәскәү, Түб. Новгород, С.‑Петербург, Рыбинск һ.б. ҡалаларҙа үткән йәрминкәләрҙә һатыла; бер өлөшөн заводтарҙың үҙендә үк һатып алғандар (мәҫ., Эҫем округында йыл һайын уртаса 10—12 мең бот тимер һәм 2—3 мең бот баҡыр һауыт-һаба һатылған) йәки сит илгә сығарғандар. 40‑сы йй. Ҡытау-Ивановка һәм Йүрүҙән- Ивановка округтары заводтарынан йыл һайын С.‑Петербургҡа ошоға ярашлы 100—160 мең бот һәм 10—100 мең бот тимер ташыла, уны яңынан ҡорос ҡойоу өсөн диңгеҙ юлы м‑н Англияға ебәргәндәр. Урта Азия дәүләттәренә, Фарсы иленә һәм Төркиәгә металды Бөгөлмә, Минзәлә, Таганрог, Троицк, Ырымбур, Әстерхан ҡҡ. аша сығарғандар. 40‑сы йй. Ырымбур сик һыҙығы таможняһы аша дөйәләрҙә яҡынса 337 мең бот тимер, 74,5 мең боттан ашыу суйын, 24 мең боттан ашыу ҡорос, ш. уҡ көмөш тәңкә м‑н 683 мең һумлыҡ әйберҙәр (йоҙаҡтар, ҡаҙаҡтар, бысаҡтар һ.б.), 37 мең боттан ашыу баҡыр (күбеһенсә ҡыҙыл) һәм көмөш тәңкә м‑н 331 мең һумлыҡ һары баҡырҙан эшләнгән әйберҙәр оҙатыла. Урта Азия сауҙагәрҙәре Архангел, Благовещен һәм Воскресенка з‑дтарының баҡырын, Белорет һәм Ҡуҫа з‑дтарының тимерен бик теләп ала. Күп завод торамалары Белорет, Благовещен (БР), Златоуст, Кәҫле, Ҡуҫа, Ҡыштым, Мейәс, Минйәр, Наҙы-Петровск, Һатҡы, Әшә (бөтәһе лә — Силәбе өлк.), Камбарка (Удмурт Респ.), Каменск-Уральск, Түб. Һирге (икеһе лә — Свердловск өлк.) ҡалаларына, ҙур торама пункттарға — Архангел (БР‑ҙың Архангел р‑ны), Үрге һәм Түб. Әүжән, Егәҙе, Ҡағы, Лапышты һәм Үҙән (бөтәһе лә — БР‑ҙың Белорет р‑ны), Ырғыҙлы (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны), Красноусол (БР‑ҙың Ғафури р‑ны), Йылайыр, Ҡананикольск (икеһе лә — БР‑ҙың Йылайыр р‑ны), Верхотор (БР‑ҙың Ишембай р‑ны), Воскресенка (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны), Үрге Троицк (БР‑ҙың Туймазы р‑ны), Шаран (БР‑ҙың Шаран р‑ны), Аннинск, Ашап, Бым (бөтәһе лә — Пермь крайы) ауылдарына, ҡала тибындағы Әртә, Әтек, Бисерт, Үрге Һирге ҡасабаларына, Белембай ҡасабаһына (бөтәһе лә — Свердловск өлк.), Бөрҫөт, Кисеү (икеһе лә — Татарстан Респ.), Бемыж (Удмурт Респ.) һ.б. ауылдарға әүерелә.

Әҙәб.: История Урала в период капитализма. М., 1990; К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII в. Уфа, 2000; М у д а р и с о в Р.З. Промышленность Южного Урала в первой половине XIX века (1801—1861). Уфа, 2003.

Н.М.Ҡолбахтин, Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.