• Печать

УЛУС СУДЫ, 1861—1917 йй. Рәсәйҙә крәҫтиән суды органы. Башҡортостанда “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы булдырылған. “Улус суды тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр”гә ярашлы 1889 й. һәм 1912 й. үҙгәртелгән. Улус сходы тарафынан 4—12 судья 1 йылға һайлап ҡуйылған (1889 й. башлап 3 йылға). У.с. ағзалары булып 25 йәше (1912 й. алып 30 йәше) тулмаған кешеләр; суд тарафынан тән язаһына хөкөм ителгәндәр; суд һәм тәфтиш аҫтында булған кешеләр; “тәртипһеҙ граждандар”; дин әһелдәре; ауыл йәмғиәтендә тормаған дворяндар һәм зауряд‑чиндар; улус старшиналары һәм ауыл старосталары һайлана алмаған. У.с. бер улускешеләре, бер ҡатлам, дәрәжә һәм милләт кешеләре ҡатнашҡан эштәрҙе генә хәл итә алған. У.с. ваҡ енәйәт һәм граждандар эштәрен, 100 һумлыҡ мөлкәт, бурысҡа алыу, һатып алыу, һатыу һ.б. кеүек бәхәс һәм низағтарҙы, яуап тотоусының законһыҙ ҡылығы арҡаһында ҡаза күреүсегә килтерелгән зыянды ҡаплатыу б‑са дәғүәләрҙе; хаҡына ҡарамай, яҡтарҙың теләге б‑са шәхси һәм мөлкәт бурыстарын һ.б.; 1889 й. башлап 300 һумға тиклемге дәғүәләрҙе, теләһә күпме һумлыҡ мөлкәткә дәғүә белдереү эштәрен ҡарай алған. У.с. хоҡуҡ даирәһенә инмәгән башҡа эштәр дөйөм суд учреждениеларында хәл ителгән. У.с. яза биреү хоҡуғына эйә булған: 6 көнгә тиклем йәмәғәт эштәрен үтәү; 3 һумға тиклем штраф һалыу; 7 көнгә тиклем эшселәр йортонда тотоу; 20 тапҡыр ҡамсы м‑н һуҡтырыу (1903 й. тиклем). У.с. эштәрҙе телдән ҡараған, ултырыш журналында эштең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе һәм ҡарары теркәлгән. Суд ултырыштары асыҡ булған. Суд тәртибендә ҡарағанға тиклем У.с. эште килешеп хәл итергә бурыслы булған. Ҡарар сығарғанда У.с. граждандар закондарының дөйөм нормалары һәм йола хоҡуғы (матди һәм шаһит дәлилдәре булмаған осраҡта) нормалары б‑са эш иткән. У.с. процесс ярыш рәүешендә алып барылғанлыҡтан, яҡтарҙың хоҡуғы (ултырыштарҙа ҡатнашыу, дәлилдәр килтереү, шаһиттар йәлеп итеү һ.б.) тиң булған. Шәриғәт һәм башҡорттарҙың йола хоҡуғы нормаларын иҫәпкә алып, Положение ҡарар сығарғанда яҡтарҙың шаһиттары һанын һәм улар һөйләгәндәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеү‑килмәүен иғтибарға алыу ҡағиҙәһен ҡуйған. Ирҙәрҙең һүҙе ҡатын‑ҡыҙҙыҡынан, танылған кешенеке — танылмағандыҡынан, дин әһеленеке — донъяуи кешенекенән, уҡыған кешенеке — уҡымағандыҡынан, ир яғынан шаһиттарҙыҡы ҡатын‑ҡыҙ яғы шаһиттарыныҡынан өҫтөн булған. Яҡтар суд ағзаларын кире ҡаға алмаған. У.с. эшмәкәрлеге ҡәтғи билдәләнмәгән. Ул кәмендә ике аҙнаға бер, “мөмкинлек һәм уңайлыҡтан” сығып ултырыш уҙғарырға тейеш булған. У.с. башҡа вазифалы кешеләр һәм мосолман руханиҙары кеүек, ултырыштарҙа ҡатнашырға хоҡуғы булмаған старшинаның рөхсәте б‑са йышыраҡ йыйыла алған. У.с. өсөн иң юғары инстанция булып 1866 й. — У.с. ҡарарҙарын кассация тәртибендә ҡарай алған мировой аралашсылар, 1874 й. башлап Крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеһы (ҡара: Крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары) иҫәпләнгән. 1889 й. алып У.с. өсөн апелляция инстанцияһы булып Өйәҙ съезы, кассация б‑са — Губерна присутствиеһы торған. 1912 й. 15 июнендәге закон У.с. 1889 й. юҡҡа сығарылған статусын тергеҙә.

Әҙәб.: И ш к у л о в Ф.А. Судебно‑административная реформа в Башкортостане. Уфа, 1994.

Н.М.Усманова

Тәрж. М.Х.Хужин