БАЖОВ Павел Петрович (15.1.1879, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Сысәрт Заводы ҡсб, хәҙ. Сысәрт ҡ., — 3.12.1950, Мәскәү, Свердловск ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Б. ижадының төп жанры — хикәйәләр, уларҙа төп тема — ижади хеҙмәт, кеше бәхете һәм намыҫы. Әҫәрҙәренең төп геройҙары булып халыҡ оҫталары сығыш яһай [“Таш ҡумта” (“Малахитовая шкатулка”, 1939) һ.б.]. Байтаҡ хикәйәләренең нигеҙен башҡ. фольклоры мотивтары һәм образдары тәшкил итә: риүәйәттәр һәм легендаларҙың теле нескә итеп бирелә, хикәйәләүгә милли үҙенсәлек индерелә. “Алтын сәс” (“Золотой волос”), “Демидов кафтандары” (“Демидовские кафтаны”; икеһе лә — 1939), “Ҡояшлы таш” (“Солнечный камень”, 1942) хикәйәләре завод эшселәренең ҡыйырһытылыуы, башҡ. ерҙәрен һатып алыу, урлау хаҡында бәйән итә. “Оло тауҙар бүләге” (“Старых гор подаренье”, 1946) хикәйәһе — Салауат Юлаевҡа урыҫ оҫтаһы бүләк иткән ҡылыс т‑да легенда. Б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә Н.Иҙелбай, Ж.Ғ.Кейекбаев һ.б. тәржемә иткән. Сталин ис. пр. лауреаты (1943).

Әҫәрҙ.: Сыуаҡ таш: хикәйәттәр. Өфө, 1948; Таш ҡумта: хикәйәттәр. Өфө, 1951; Көмөш тояҡ: хикәйәттәр. Өфө, 1961; Малахитовая шкатулка: сказы, повести. Уфа, 1989.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.4. Уфа, 1997; Ахметшин Б.Г. Отражение быта и устной поэзии башкир в сказах П.П.Бажова //Фольклор народов РСФСР. Уфа, 1979.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика