ТАРУТ (Мilium), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тарбаҡлы Т. үҫә. Тамырһабаҡлы үлән. Һабағы йыуан, шыма, бейеклеге 60—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, яҫы, йомшаҡ. Башағы ваҡ, бер сәскәле, асыҡ йәшел төҫтә, оҙон (25 см тиклем) йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сент. өлгөрә. Башлыса киң япраҡлы урмандарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы үҫемлеге.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова