СЫБАРКҮЛ, Йәнгел й. басс. һаҙлыҡ. Әбйәлил р‑ны Дәүләт а. төньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Сыбаркүлдең көньяҡ ярында урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 475,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,2 м, иң ҡалыны – 2,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 810,0 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Күрән, ҡамыш, тал үҫә. Аҡ ҡуян, ҡыҙыл төлкө, үр ҡуяны һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика