БАЖЕНОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 11 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Баженовка й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 570; 1939 — 747; 1959 — 398; 1989 — 537; 2002 — 558; 2010 — 569 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

1650 й. Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре Баженов яңы ауылы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Баженовка булараҡ билдәле булған. 1765 й. 80 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 42 йортта — 295 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

П.П.Бобровский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика