СОФРОНИЙ (донъяуи исеме Арефьев Иван Алексеевич; 19.3.1879, Пермь губ. Шадринск өйәҙе — 23.12.1937, Краснодар ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1933—34). Дини тәғлимәт канд. (1903). Архиепископ (1929), архимандрит (1915). Монахлыҡ ҡабул иткән (1915). Пермь дини семинарияһын (1899), Мәскәү дини акад. (1903) тамамлаған. 1903 й. алып Иркутск дини семинарияһы инспекторы, 1914 й. — ректоры. 1916 й. Урыҫ дини миссияһы м‑н Ҡытайҙа була. 1919 й. башлап Верный, Яҡут, 1924 й. — Архангельск, Великий Устюг, Ижевск, Ирбит, Краснодар, Свердловск ҡҡ. епархиялар идарасыһы. 1922—24 йй. һөргөндә була. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында ҡорамдар ябылыуға ҡаршылыҡ күрһәтә, обновленецтар м‑н бәйләнеш тота. Репрессиялана (1937), атыла. 1989 й. аҡлана.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика