СОСНОВЫЙ, Ҡ а р а ғ а й к ү л, Әй й. басс. төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан р‑ны Дыуан а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Шул уҡ исемле күлде (оҙонлоғо яҡынса 240 м, киңлеге 200 м) үҙ эсенә алған күл‑һаҙлыҡ комплексы. Майҙаны 16 га. Аҫҡы пермдең көңгөр ярусы тоҡомдарынан (ангидрит, гипс, доломит һ.б.) тора, карст үҫешкән. Ландшафы ҡарағай‑шыршы, йәшел мүк һәм һаҙ мүге үҫкән урмандарҙан, күрән баҫҡан ҡайынлыҡтарҙан һәм болондарҙан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: инглиз ысыҡ үләне, таплы кәкүк ситеге. Табан балыҡтар йәшәй, өйрәктәр оя ҡора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика