БАЖАТ (Poa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик тауҙарында таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә. Бушаҡ кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ (бер йыллыҡ Б. башҡа) үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 20—150 см тиклем. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, осло, ғәҙәттә төкһөҙ, ябыҡ еңсә һәм осло йәки тупаҫ яры телсәле. Башағы 2—8 сәскәле, өлгөргәндә бүленеүсән; башаҡ тәңкәләре ҡыяҡ, осло, аҫҡы сәскә тәңкәләре ҡылсыҡһыҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль м‑н, 3 йәки 5 һеңерсәле, нигеҙенә ҡарай буй һәм ян‑яҡ һеңерсәләре буйлап төклө. Башағы һирәк, тармаҡлы һеперткелә. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — яланғас бөртөксә, июнь—авг. өлгөрә. Аралы Б., бер йыллыҡ Б., һаҙ Б., ябай Б. башлыса дымлы болонда, һыу ятҡылыҡтары ярында үҫә, болон Б. — болонда, тар япраҡлы Б. — ҡоро болонда, урман Б. — респ. бөтә терр‑яһы урмандарында һәм ҡаяларында, бүлбеле Б., дала Б. һ.б. далала үҫеүсе Б. башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Күренекле Б. субальп төрө БР‑ҙың иң бейек тауҙарында табылған. Болон Б., бүлбеле Б. — мал аҙығы үҫемлектәре. Составында тритерпеноидтар, флавоноидтар һ.б. булған бер йыллыҡ Б. (ҡайһы ваҡыт баҡсаларҙы ҡыйлай) һәм болон Б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ҡ.Ҡ.Ғәббәсов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика