СИРАЖЕТДИНОВ Мөжәүир Уйылдан улы, М ө ж ә ү и р х ә ҙ р ә т (1876, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Мансур а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Бәхтегәрәй а., — 28.7.1967, шунда уҡ), дин әһеле. Иҙелбай а. мәҙрәсәһендә һәм Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған. Тыуған ауылында мулла була. 1937 й. репрессиялана (1943 й. тиклем тотҡонда була). Әүлиә булып танылған.

Әҙәб.: Я ҡ ш ы б а е в а Л. Мөжәүир хәҙрәт. Өфө, 2008.

Л.М.Яҡшыбаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика