“СИНТЕТИЧЕСКИЙ КАУЧУК”, мәҙәниәт һарайы, ЯСЙ. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1974 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла (ҡара: “Каучук”), 2003 й. алып “Синтетический каучук” мәҙәниәт һарайы. 1200 урынлыҡ тамаша залы, 215 урынлыҡ кино залы, 2 бейеү залы, китапханаһы, костюм бүлмәһе, бильярд кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 10 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм “Камиллыҡ” балалар иртә үҫеш үҙәге эшләй. Төп коллективтар: “Илһам” татар йыры вокаль ансамбле (1994, 2000 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.М.Хөснөтдинов), “Родина” академик хоры (1972, 1988 й. алып “халыҡ”; етәкселәре: Д.Т.Аҡсурина һәм А.Я.Мөхәмәтйәрова), “Оптимистар” эстрада оркестры (1969, 1993 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Б.Я.Чевардов), “Солнышко” балалар хореография ансамбле, “Вдохновение” бал бейеүе ансамбле (1989, 1996 й. алып “халыҡ; етәкселәре: А.А.Казаков һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Б.Казакова), “Джаз‑тайм” ансамбле (1997, 2000 й. алып “халыҡ”; етәксеһе А.А.Денисов). Мәҙәниәт һарайында йыл һайын “За веру! За отчизну! За любовь!” Бөтә Рәсәй һалдат йыры (1988 й. алып), “Здравствуй, мир!” классик бейеү (1996 й. алып) фестивалдәре, “Европа—Азия” Халыҡ-ара бал бейеүҙәре конкурсы (1992 й. алып, 2 йылға бер тапҡыр), джаз музыкаһы фестивалдәре, күмәк кеше ҡатнашлығында ҡаланың мәҙәни саралары үткәрелә.

Илл.: “Синтетический каучук” мәҙәниәт һарайы

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика