СИМОН (донъяуи исеме Шлеёв Семён Иванович; 1873, Сембер губ. Явлей а. – 18.8.1921, Өфө), дин әһеле, Охтенский епискобы; священномученик. Дини тәғлимәт канд. (1899). Архимандрит (1918). Священник дәрәжәһен (1900), монахлыҡ (1918) ҡабул иткән. Түб. Новгород дини семинарияһын (1895), Ҡазан дини акад. (1899) тамамлаған. 1900 й. алып Дүрт Инжилсы сиркәүенең (Ҡазан) настоятеле һәм Ҡазан епархияһының округ миссионеры. 1905 й. башлап Петроград епархияһында: рухани, 1908 й. — Николай диндәшлек сиркәүенең настоятеле, 1916 й. — протоиерей, диндәшлек сиркәүҙәренең благочинныйы, 1918 й. алып диндәшлек Охтенский епискобы. 1901—04 йй. Антоний III, Климент, Христофор саҡырыуы б‑са Өфө губернаһының Златоуст һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре буйлап үтә, унда старообрядсылар араһында православие нигеҙҙәре т‑да 20‑нән ашыу миссионерлыҡ әңгәмәһе үткәрә. Өфө епархияһының ҡулға алынған Андрей урынына ваҡытлыса идарасыһы вазифаһын башҡарғанда Зосима II игуменья дәрәжәһенә күтәрә, руханиҙарҙың һәм халыҡтың Епархия йыйылышын үткәрә (Өфө, 1920), ҡулға алынған руханиҙарҙы азат итеүҙе юллай һ.б. Диндәшлек б‑са хеҙмәттәр авторы. Диндәштәрҙең “Правда православия” (“Православие хәҡиҡәте”, 1906—08) ж. мөхәррире. Өфө епархияһының хөрмәтләнеүсе изгеләре (1999), 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборы изгеләре (2000) рәтенә индерелгән, Өфө изгеләре соборына инә (2008).

Хеҙм: Единоверие в своём внутреннем развитии (В разъяснение его малораспространённости среди старообрядцев). СПб., 1910.

Әҙәб.: Зимина Н.П. Путь на Голгофу: в 2 т. М., 2005.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика