СИБАЙ “ТӘҠҮӘЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1996 й. Сибай ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. 2006 й. “Тәҡүә” (ғәр. — диндарлыҡ, дингә тоғролоҡ) исемен ала. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (30х20х13 м) 2 ҡатлы, 4 яҡлы ҡыйыҡлы; стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Манараһы (бейеклеге 12 м) кирбестән, бер яруслы, бинаның артҡы өлөшөндә урынлашҡан, тотош уратҡан бер балконы бар. Намаҙ залының стеналары Ҡөрьәндән өҙөктәр һәм орнамент м‑н биҙәлгән. С.т.й.м. эргәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү курстары, йәйге лагерь, китапхана эшләй. Мәсет Сибайҙың мосолман дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары, мосолман байрамдары үткәрелә. Имам-хатибы – А.А.Ғәзизов.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика