СИБАЙ МУЗЕЙЫ. 1969 й. ойошторола, 1991 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. — Сибай тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозиция 1995 й. асыла. Музей фондында 6 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 7 ырыуҙың ҡатын‑ҡыҙҙар башҡорт кейеме коллекцияһы, нумизматик коллекция, 118 см оҙонлоҡтағы мөгөҙҙәре булған тау тәкәһенең (архарҙың) баш һөйәге, мамонт тештәре, бәреп төшөрөлгән немец самолётының бензин аға торған көпшәһенән яһалған еҙ ҡурай, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар т‑да фото- һәм документаль материалдар, 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы башҡорт ихатаһы, тирмәһе, йорто, Сибай карьеры, шахта макеттары. 5 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография һәм археология, хәрби дан, ҡала, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты тарихы бүлектәренән тора. “Бөркөт табышы менән”, “Төйәләҫ һыу ятҡылығының төбө”, “Көҙ”, “Ҡорҙар уйнауы”, “Далалы Урал аръяғы”, “Мәмерйәләге айыу”, “Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары”, “Ғәҙелша шарлауығы”, “Сталинград һуғышы” диорамалары; күргәҙмә һәм лекция залдары бар. С.м. тематик, ш. иҫ. күсмә, күргәҙмәләр ойоштора, күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдар һәм кисәләр үткәрә.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика