СӘРМӘСӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Сәрмәсән а. көньяҡҡа табан 1 км, Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүенән башлана. Бәләбәй, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 332 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 186 км, басс. майҙаны 3970 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 79%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 14%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 7%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 10 м3/с. Рельефы — убалы тигеҙлек. Үҙәне өфө ярусы аргиллиттарынан, ҡомташтарынан, эзбизташтарынан, гипстарынан тора. Ландшафы үрге ағымында ҡайын һәм уҫаҡ, түбәнге ағымында киң япраҡлы урмандарҙан, урта ағымында ҡараһыу һоро урман һәм йыуылған ҡара тупраҡтарҙағы ауыл хужалығы ерҙәренән ғибәрәт. Басс. яҡынса 9%‑ын урман ҡаплаған, яҡынса 1%‑ы һаҙланған, 48%‑ы карстланған. Үрге ағымда йылға басс. Өҫән‑Ивановка заказнигы һәм Асылыкүл тәбиғи паркы сиктәрендә урынлашҡан. Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарғалы; һул — Оло Ҡыйҙаш, Киәҙе, Иҙәш, Төрөш, Сәғәҙи, Ҡалмаш, Һарыш.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика