СЕРГИЕВ ЗЫЯРАТЫ. 18 б. уртаһында асылған, тип фараз ителә. Өфөнөң көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Сергиев тауы эргәһендә урынлашҡан. Майҙаны — 9 га. 1861—1932 йй. С.з. Преображенск сиркәүе эшләй. Священник Ф.М.Троицкий һәм мещан Д.Н.Кадкин аҡсаһына зыярат терр‑яһы кәртәләп алына, йәшелләндереү эштәре башҡарыла. С.з. дин әһелдәренең, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, боронғо Өфөлә йәшәгән нәҫел вәкилдәренең, билдәле дворяндар һәм сауҙагәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө госпиталдәрендә мәрхүм булған яҡынса 1,3 мең яралы Ҡыҙыл Армия яугиры һәм офицерҙарының һ.б. ҡәбере бар. 1972 й. ябыла. Революционер В.П.Арцыбушевтың, В.В.Брусяниндың, Л.А.Галанованың, М.Н.Елгаштинаның, С.И.Зориндың, Зосима II, И.С.Кадомцевтың (ҡара: Кадомцевтар), Н.А.Крашенинниковтың, М.К.Любавскийҙың, Е.С.Сазоновтың, К.В.Сальниковтың, Симондың, Д.И.Татариновтыңһ.б. ҡәберҙәре, советяугирҙарының 7 дөйөм ҡәберлеге тарихи ҡомартҡы булып тора.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика