БАЖАНОВ Олег Сергеевич (13.4.1968, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2004). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). Волгоград сәнғәт уч‑щеһын (1987; К.М.Дубинин курсы), Ырымбур пед. ун‑тын (2008) тамамлаған. 1985 й. алып — Волгоград, Красноярск, Минск ҡҡ. театрҙары, 1994 й. — Ырымбур драма театры, 2010 й. — М.Горький ис. Мәскәү художество театры актёры. Б. ижады күп яҡлы. Актёр тәрән драматик һәләткә, муз. тойомлауға, һығылмалыҡҡа эйә. 1990—2000 йй. Ырымбур драма театрының төп һәм популяр актёрҙарының береһе була: кенәз Мышкин (Ф.М.Достоевскийҙың “Идиот” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Швабрин (А.С.Пушкиндың“ Капитан ҡыҙы” — “Капитанская дочка” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Тригорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Дон Жуан (Мольерҙың ш. уҡ исемле комедияһы) һ.б.; Р.Куниҙың “№13, йәки Бөтәһенә лә рәхәт булһын өсөн!” (“№13, или Чтобы всем было хорошо!”) спектаклен ҡуя (2005; В.М.Барковский м‑н берлектә). Мәскәү художество театры сәхнәһендәге ролдәре: граф Альба (“Батшабикә өсөн ау” — “Западня для королевы”, В.Гюгоның “Рюи Блаз” пьесаһы б‑са), Лупачёв (“Һылыу ир‑егет” — “Красавец-мужчина”, А.Н.Островский), сэр Оливер (“Ғәйбәт мәктәбе” — “Школа злословия”, Р.Шеридан) һ.б. “Ай һәм саксофон” (“Луна и саксофон”), “Әсәй” (“Мама”), “Беләһең!” (“Знаешь!”) һ.б. йырҙарҙың авторы һәм башҡарыусыһы. А.Миронов ис. Бөтә Рәсәй актёр йыры конкурсы лауреаты (Түбәнге Новгород, 1996), “Юрмала” Бөтә Союз совет эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар телевизион конкурсы дипломанты (1990).

Әҙәб.: Игнатюк О. У кумиров свои секреты //Театральная жизнь. 2005. №3.

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика