СЕЛТӘРЛЕУРТАТАШ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көнсығыш ситендә Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Майҙаны 5,2 га. Һикәҙе й. текә ташлы төп ярындағы майҙансыҡтан (йылға кимәленән сағыштырмаса бейеклеге яҡынса 40 м) тора. Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтағы урман эргәһе болондары ҡатыш дала үләнле киң япраҡлы урмандарҙан (һалпыш ҡайын) ғибәрәт. Санталъяпраҡ әрем, төньяҡ шиверекия үләне, ябай ҡаҙаяҡ үҫә. Битләү итәгендә Аллағыуат карст сығанағы урынлашҡан.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.