СЕКТАНТЛЫҠ, боронғо урыҫ сектантлығы, рух христианлығы, 17— 18 бб. Урыҫ православие сиркәүенән тайпылған бер нисә төрлө конфессия. С. тиклем 14—16 бб. еретик хәрәкәттәр була. Сектанттарға молокандар, скопецтар, субботниктар, христоверҙар (хлыстар) һ.б. инә; сиркәү иерархияһын, изге дини хеҙмәттәрҙе һәм йолаларҙы, изгеләрҙе, иконаларҙы, дини китаптарҙы һ.б. танымай. Дин ғилеме нигеҙендә — кешенең Изге Рух м‑н туранан-тура аралаша алыу һәм уның бәндәләрҙә кәүҙәләнеүе т‑дағы күҙаллауҙар. Дини аскетизмға өндәйҙәр. Дин хеҙмәттәре табыныу йолаһы (күмәкләп ғибәҙәт ҡылыу) рәүешендә үтә. Урыҫ православие сиркәүе бүленгәндән һуң (ҡара: Старообрядсылыҡ) христоверҙар сектаһы барлыҡҡа килә. Православие сиркәүенә йөрөүҙе тыймайҙар. Иҫке Израиль, Яңы Израиль, Ярлыҡанған Израиль, постниктар, малеванныйсылар төркөмдәренә айырыла. 20 б. башында яҡынса 40 мең кеше була. 18 б. 60‑сы йй. христовериенан рух христианлығы ағымы айырылып сыға. 18 б. аҙ. христовериела скопецтар сектаһы барлыҡҡа килә. Дин ғилеме үҙенсәлеге — көйҙөрөү юлы м‑н “тән теләктәренә ҡаршы көрәш”. 19 б. аҙ. яҡынса 6 мең кеше иҫәпләнә. 17 б. аҙ. — 18 б. башында субботниктар сектаһы хасил була. Дин ғилеме сығанағы — Иҫке Ғәһет. Троицаны танымайҙар, шәмбе байрамын билдәләйҙәр, сөннәтләү йолаһын тоталар. Ырымбур губернаһында христоверҙар 19 б. 1‑се ярт. Силәбе өйәҙендә барлыҡҡа килә. 1850 й. 22 кеше иҫәпләнә, 1913 й. — Стәрлетамаҡ өйәҙендә һәм Бәләбәй өйәҙендә 77 кеше. Скопецтар 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙендә (1850 й. — 5 кеше), 60‑сы йй. Златоуст ҡ. (яҡынса 25 кеше) күренә башлай. 1913 й. Өфө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ һәм Силәбе өйәҙҙәрендә 295 скопец була. Субботниктар 19 б. 40‑сы йй. Себерҙән Ырымбур губ. күсеп килә; 1850 й. сектала 150 кеше була, 1913 й. Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә — 333 кеше. 20 б. 20‑се йй. аҙ. общиналар таратыла. 50—60‑сы йй. Күмертау ҡ. христоверҙарҙың теркәлмәгән общинаһы (7 кеше) эшләй.

Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н. Из истории старообрядчества и христианского сектантства на Южном Урале (конец XVII — начало XX вв.) //Башкирский край: сб. ст. Уфа, 1993. Вып.3.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Яндекс.Метрика