СВЕТЛЫЙ, Тере Танып й. басс. күл‑һаҙлыҡ комплексы. Ҡалтасы р‑ны Надеждин а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, дөйөм майҙаны 219,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,32 м, иң ҡалыны — 4,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1226,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күлдән шишмә ағып сыға. Аҡ ҡайын, тал, ҡара бөрлөгән, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, ябай муйыл, балтырған, бесәй үләне, билдәһеҙ кәкүкбаш, ҙур сөйәл үләне, кесерткән ҡыңғырау сәскәһе, күрән, кәзә һаҡалы, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, һаңғырау кесерткән, ябай кесерткән, ябай ҡуян ҡолағы һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡабан, мышы, ҡор, тәгәрлек, һаралйын, һуйыр һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар — ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мөншөгөр, һаҙ ҡаҙы, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һоро торна, һуна өйрәк, ышылдаҡ аҡҡош һ.б. туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика